Главная » 2014 » Март » 30 » "Аҡҡошом минең"
12:13
"Аҡҡошом минең"
29 мартта Хоҙайбирҙин мәҙәниәт йортонда Әминә Яхинаның "Аҡҡошом минең" исемле комедияһы тамашасылар хөкөмөнә сығарылды. Беренсегә генә сығыш яһауға ҡарамаҫтан, бик уңышлы сығыш яһанылар беҙҙең әртистәребеҙ!

Рәмил Әмиров (Хәйрулла), Рәмил Күсәрбаев (Миңнулла), Адик Йәҙгәров (Шәрифйән), Йәмилә Әбйәлилова (Гөльямал), Гөлфиә Ихсанова (Гөлйемеш), Гөлназ Ситдиҡова (Нәфисә), Миңзәлә Күсәрбаева (Хәйриә) бик тырышып, килештереп уйнанылар.


Сәхнәне биҙәүҙә Миңзәлә Күсәрбаева ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Был комедияла бөгөнгө заманда бик актуаль булған балаларҙың ҡарт ата-әсәләренә мөнәсәбәте, атаһы үлмәйенсә нисек тә өйҙө һатып аҡса эшләү проблемалары күтәрелә.


Ошо тамашала ҡатнашҡан барлыҡ әртистәребеҙгә,йылы итеп ҡабул иткән ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтемде еткерәм.

Рәзилә Байғазина,
Хоҙайбирҙе ауыл мәҙәниәт йорто директоры
Категория: Наши новости | Просмотров: 1432 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar