Главная » 2022 » Март » 23 » «Ҡартайырға мәл етмәгән!»
10:47
«Ҡартайырға мәл етмәгән!»
Башҡорт йыры, башҡорт моңо – ул һоҡланып туя алмаҫлыҡ матурлыҡ донъяһы. Элек-электән йыр-моң яратыусыларҙы илаһи заттар менән тиңләгәндәр, сөнки йыр-моң яратҡандарҙың күңелендә насарлыҡҡа урын юҡ.

22 март район мәҙәниәт Һарайында хөрмәтле яҡташыбыҙ, Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың «Ҡартайырға мәл етмәгән!» тип исемләнгән юбилей концерты булып үтте.

Йыр-моң кисәһендә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайының талантлы артистары, халыҡ йырсыһының ижадташ дуҫтары ҡатнашты.

Хөрмәтле яҡташыбыҙ, республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә тамашасыларҙың һөйөүен яулаған моңло шәхесебеҙ үҙенең йырҙарын яҡташтарына бүләк итте.

Яҡташыбыҙҙың юбилей концертына йыр-моңға һыуһаған тамашасылар- районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, хатта Ейәнсура районынан да йыйылғайны.

Ғәзим Ильясов – талантлы, үҙенә генә хас моңло тауышлы йырсы. Күңеленән сыҡҡан илаһи моңо менән халыҡ йырҙарын башҡарып өлкән быуын тамашасыларын йәш саҡтарына алып ҡайтты. Ғөмүмән, йырсы һәр концертында ла төрлө быуын тамашасыларының күңеленә үтеп инерлек итеп бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫҡа тырыша. Ул бар ғүмерен ижадҡа, сәнғәткә бағышлаған, халҡыбыҙҙың йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Беҙ, яратҡан йырсыбыҙҙы күркәм юбилейы менән ҡотлап, киләсәктә лә уға ғаилә именлеге, сәләмәтлек. моңло йырҙары менән үҙ тамашасыларын һөйөндөрөп торһон, үҙенең илһамлы хеҙмәте менән тыуған яғыбыҙҙың сағыу бер йондоҙо булып хөрмәт ҡаҙанһын!


Альбина Айдарбекова,
район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе.
Категория: Наши новости | Просмотров: 305 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar