Главная » 2022 » Май » 1 » "Бәйембәт уйындары"
16:01
"Бәйембәт уйындары"
30 апрель, Күгәрсен районы Исем ауыл биләмәһенең Сәлих ауылында мөһим сара – “Берҙәм Рәсәйҙең” “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының” сәйәси партияһы буйынса Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск, йәштәр өсөн ғашиҡтар скверы, балалар уйындары һәм спорт майҙансыҡтары асылды.

Байрам сараһында Күгәрсен район Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Зәкәрейә улы Сәйфуллин, хөрмәтле яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, йәмәғәт эшмәкәре Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, Башҡортостан Республикаһың Ҡоролтай – Дәүләт Йыйылышының рәйес урынбаҫары, Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса бөтә Донъя чемпионы, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев Ордендары кавалеры Тамара Михайловна Тансыкужинаһәм Исем ауыл биләмәһенең ауыл халҡы ҡатнашты.

Сәлих ауылы халҡы бик әүҙем халыҡ, улар быйылғы йыл ағымында республикабыҙҙа уҙарылған “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашып финалға ла сыҡтылар.

Был ауылда һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар күп үткәрелде, халыҡ бигерәк тә әүҙем ҡатнашты.

Был ваҡиғаға беҙ бик шат, ошо программаны ҡабул иткән республика етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, тинеләр Сәлих ауылы халҡы.

Сәлих ауылы бәләкәй булһа ла, халҡы берҙәм. Былауылда 30 йорт иҫәпләнһә, барлығы 82 кеше йәшәй.

Ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да ҡыуаныстары сикһеҙ, Сөнки саф һауала рәхәтләнеп уйнарға, ялдарын файҙалы итеп үткәрергә урын булды тип, ата-әсәләр исеменән Сәлихова Зәлиә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтте.

Дөйөм алғанда, был һөҙөмтәле программа ауыл биләмәләренә бихисап эштәрҙе тормошҡа ашырырға бик булышлыҡ итә. Районыбыҙҙа нисәмә уйын майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар, социаль учреждениелар төҙөкләндерелде, шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек пробемалар ҙа ыңғай хәл ителә.

Был ял паркы Сәлих ауылын йәмләп торһон, халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланылһын тигән теләктәр әйтелде.

Артабан байрам сараһы районыбыҙҙың матур аҡландарының береһе - Бәйембәт яланында дауам итте. Сәлих ауылы халҡы йыраҡ йылдар араһында матур йолаларҙың береһе булған Бәйембәт уйындарын иҫкә алып, уйнап-көлөп күңел асты.

Был матур байрам сараһына Бәйембәт аҡланына яҡын ауылдарҙан халыҡ йыйылғайны. 50 йылдарҙа ошо байрамда табышып ҡауышҡан Сәлих ауылында йәшәүсе Өпөлхаҡ һәм Ғәфирә Сәлиховтарҙың ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне.

байрамға районыбыҙҙың ауылдарынан ылауҙар, һыбайлылар, йәйәүлеләр ағылып, Энәк һәм Эйек буйҙарынан килеүсе йырсылар, бейеүселәр, көрәшселәр һынау тоторҙар ине. Һәр бер йәш йөрәк үҙенең парын да ошо Бәйембәт уйындарында осратып ҡауыша ине. Бәйембәт байрамының үҙенә генә хас бейеү көйҙәре, уларҙы оҫта башҡарыусы гармунсылары ла булды тип, матур йәшлектәрен иҫкә алып хәтирәләре менән бүлешеп үттеләр.

Донъялар тыныс, илебеҙ имен булһын тип, күңел асҡан уйын-бейеүҙәрҙән дәрт, илһам алған халыҡ өйҙәренә таралышты.


Альбина Айҙарбәкова, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре.
ФОТОАЛЬБОМ
Категория: Наши новости | Просмотров: 359 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar