Главная » 2017 » Июнь » 13 » Бөрйән районының һабантуй байрамы
15:31
Бөрйән районының һабантуй байрамы
10 июнь Күгәрсен район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллина етәкселегендәге район делегацияһы хозур тәбиғәте, шифалы балдары менән дан тоткан йәмле Бөрйән районының һабантуй байрамында ҡатнашты.

Сарала беҙҙең хөрмәтле депутатыбыҙ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байгускаров, Башкортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Королтай депутаты Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улының катнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне.

Байрамда төрлө бәйгеләр, ярыштар ойошторолһа ла, һабантуйҙың йөҙөк ҡашы булған аттар сабышы иң ҡыҙығы, иң сәмлеһе булып тойолдо. Байрам концертында Рәмзиә Рауил ҡыҙы Күгәрсен муниицпаль районының хакимиәт башлығы Ғайса Ғилметдин улы Янбаевтың “Ҡотлау адресын” тапшырҙы һәм Күгәрсен район мәҙәниәт йортоноң “Бәйембәт” халыҡ этнотөркөмө егеттәренең музыкаль күстәнәсе бөрйәнлеләрҙең күңеленә хуш килде.

Бөрйән халкының йәмле һабантуй байрамында ҡатнашып, бөрйәндәрҙең сығышын карап, йәмле бөрйән яктарынан күңелдәргә матур тәҫьораттар алып, илһамланып кайттык.


Альбина Григорьева, заведующий методическим отделом РДК
Категория: Наши новости | Просмотров: 1313 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar