Главная » 2018 » Март » 29 » “Башҡорт иле. Күгәрсен киңлеге!”
08:12
“Башҡорт иле. Күгәрсен киңлеге!”
26 март 18.00 сәғәттә Өфө ҡалаһының Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Күгәрсен районы сығыш яһаны. Программала: - Күгәрсен районы ойошторолоу тарихы һәм күренекле шәхестәр тураһында, районда етештерелгән продукция, тауарҙар күргәҙмәләре һәм райондың үҙешмәкәр ижади коллективтарының байрам концерты ойошторолдо.

Концерт программаһы районыбыҙҙың “Күгәрсен телевидениһы” әҙерләгән документаль фильмдан башланып китте. (Ринат Әлимғолов) Фильмдан һуң сәхнәгә Ерәнсә сәсән, Бәндәбикә, Ҡыпсаҡ ырыуы аралары вәкилдәре сығып “Яҡташтар йыйынын” башлап ебәрҙе. Был йыйында район мәҙәниәт йортоноң “Гөрләүек” өлгөлө бейеү ансамбле, (етәкселәре Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар), “Бәйембәт” халыҡ этнотөркөмө, (етәксеһе Ильшат Илмөхәмәтов), “Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбле, (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Минзәлә Хөснетдинова), “Вдохновение” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле (Валентина Ракитина), халыҡ тынлы оркестры (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфис Мәүлетҡолов), “Ҡыҙыл Мәсет” халыҡ эстрада төркөмө (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Кинйәбулатов), “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбле (Гүзәл Габитова), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәҙинә Рәхмәтуллина, Ришат Бәҙретдинов, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Нәғим Нуриманов, Рәмил Ҡотлоғужин, Эльвира Йыһаншина, Руслан Абдуллин, Артур Абдрахимов, Гүзәлиә Минибаева, Евгения Усова, Анна Емельянова, Елена Киршина, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенән “Миләш” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле (етәксеһе Флорида Кәримова), “Грация” өлгөлө бейеү ансамбле (Гөлшат Байтуғанова), “Моңдаръя” халыҡ инструменнтары ансамбле, (Гөлнур Зәйнеева һәм Айгөл Баязитова) ҡурайсылар ансамбле ( Юлай Ҡыҙрасов һәм Булат Булгаков), ир-егеттәрҙең рус халыҡ вокаль ансамбле (Виталий Усов), йәш, өмөтлө таланттарыбыҙ Гәлсәр Байғусҡарова, Нәғим Шәрипов, Илсур Шәрипов, Эльвир Ишкильдин һәм башҡа талантлы күгәрсенлеләребеҙ лайыҡлы сығыш яһаны.

Яҡташтар байрамында беҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙ- профессорҙарыбыҙ, ғалимдарыбыҙ, күренекле артистарыбыҙ, тыуған районыбыҙҙың үҫешенә бар тырышлыҡтарын һалған, йәшлек йылдарында хеҙмәт тәжрибәһен туплап, бөгөнгө көндә башҡалабыҙҙа йәшәгән И.А. Ғәбитов, В.Ғ. Аҙнағолов, М.З. Ҡазарғолов, Р. Ғ. Мәжитов һәм башҡа яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.

Республикабыҙҙың юбилейына арналған ҡор йырлы-моңло осрашыуы менән шатлыҡлы милли-мәҙәни Архангель районына юлланды.

Фестиваль-марафондың “Күсмә штандартын” районыбыҙҙың Хакимиәт башлығы Ғайса Ғилмитдин улы Янбаев Архангель районының хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Ғаяз ҡыҙы Имаеваға тапшырҙы.

Күпме якташтарҙы осраштырып, дуҫлык-туғанлык тойғоларын нығытҡан йыйыныбыҙ район мәҙәниәт йортоноң “Гөлнәзирә” бейеүе менән тамамланды. Бейеү аҙағында ижади коллективтарҙың сәхнәгә сығып, туғанлыҡ һәм милләттәр дуҫлығын сағылдырыуы күңелдәрҙә ғорурлыҡ хистәрен тыуҙырҙы.

Яҡташтар байрамын Исмәғил Ғилманов һәм Альбина Григорьева алып барҙы.


Район мәҙәнәиәт йортоноң сценарийҙар ҡуйыу мөдире: Альбина Григорьева
Фото - Азамат Гадельшин
Категория: Наши новости | Просмотров: 1023 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar