Главная » 2013 » Май » 22 » Башҡортостан Президенты районыбыҙҙа эш сәфәре менән булды
12:21
Башҡортостан Президенты районыбыҙҙа эш сәфәре менән булды
21 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов районыбыҙға эш сәфәре менән килде. Үрге Бикҡужа ауылында уҙған «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында сығыш яһағандан һуң ил етәксеһе Исем ауылындағы яңыртылған мәктәп һәм ферма менән танышты.

Бөгөн Исем урта мәктәбендә 147 бала белем ала. 2013/2014 уҡыу йылында тағы ла 18 бала 1-се класҡа уҡырға киләсәк.


Заман талаптарына яуап бирмәгән белем усағын төҙөкләндереүҙе "Элитстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Финанс сығымдарын иһә "Башнефть” акционерҙар компанияһы күтәргән.

Рөстәм Зәки улы БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин оҙатыуында бер йыл эсендә заманса төҫ алған мәктәптең тамаша һәм спорт залдарын, информатика, математика, химия, биология кабинеттарын һәм ашханаһын ҡарап сыҡҡандан һуң, ауыл халҡы менән аралашырға ла өлгөрҙө.

Артабан Президент район хакимиәте башлығы һәм БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, "Ергән МТС-ы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ринат Сәйфетдинов менән бергәләп "Ергән МТС-ы”-ның "Исем” бүлексәһенә ҡараған "Көньяҡ” участкаһы фермаһы менән танышты.

Ферма биналары "500 ферма” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән, һыйыр һауыу залынан тыш, быҙаулатыу бүлеге, санитария блогы, ял итеү һәм көнкүреш бүлмәләре сафҡа индерелгән. 460 һыйырға иҫәпләнгән ҡураларҙа әлегә 233 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Киләсәктә йәнә бер шундай уҡ малсылыҡ биналарын аяҡҡа баҫтырыу күҙаллана. Президент та был идеяны хуплап, бындай хужалыҡтарға артабан да ярҙам итергә кәрәклеген билдәләне.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
АНАСТАСИЯ ПЕСТЁХА һәм ҒӘЛИ КӘРИМОВ фотолары, moradim
Категория: Наши новости | Просмотров: 1104 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar