Главная » 2012 » Ноябрь » 19 » Бейеүгә ғашиҡ йәндәр
19:28
Бейеүгә ғашиҡ йәндәр
Бейеү сәнғәте кеше донъяһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тура килә тиҙәр. Ул иң боронғо сәнғәт төрөнөң береһе. Бөгөнгө беҙҙең мәҡәлә геройҙары Илүзә Ниғәмәтуллина (Табулдина) һәм Илгиз Ниғәмәтуллин бер-береһе менән ошо сәнғәткә һөйөү нигеҙендә берләшкән, әле лә тормош юлынан бергә атлайҙар.

Мәҡәлә геройҙары менән күптән таныш булыуымды әйтеп тораһы ла түгел. Илүзә Мораҡ ауылы ҡыҙы. 2002 йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт техникумына документтарын тапшыра.

Бәләкәйҙән үк сәнғәт менән дуҫ булған ҡыҙға имтихан биреү уғата ҡыйын булмай. Ни бары өс йылдан һуң "Бейеү ансамбле етәксеһе” һөнәрен үҙләштерә. Буласаҡ тормош иптәше Илгиз иһә Ҡыйғы районының Вәкияр ауылынан. Ул да ошо йүнәлеш буйынса белем алған. Бер-береһенә яҡынайыуҙары, танышыуҙары ла үрҙә әйтеп кителгән уҡыу йортонда була.

Оҙаҡ уйлап тормай икеһе Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театрына Илүзә балет артисы, Илгиз әйҙәүсе солист сифатында эшкә алыналар. Ете йыл эсендә Илүзә беренсе категориялы белгес, ә Илгиз юғары дәрәжәгә - сәхнә мастерына тиклем күтәрелә. Әлеге ваҡытта ике йәш белгес район мәҙәниәт һарайының "Гөрләүек” балалар бейеү ансамбленең етәкселәре. Һүҙ уларға.

- Илүзә, һине, мин белеүемсә, райондың ҡасандыр йөҙөк ҡашына әйләнгән "Гөрләүек” бейеү ансамбле менән беленмәҫ ептәр бәйләй. Был ансамбль өҫтөндә етәкселек алыуығыҙ ҙа юҡтан түгелдер. Шулаймы?

- Эйе. Ысынлап та, был ансамбль менән минең бөтә тормошом булмаһа ла, уның яртыһынан күберәге бәйле тип әйтә алам. 1980-се йылдар аҙағында Минзәлә Хөснөтдинова етәкселегендә барлыҡҡа килгән балалар ансамбленең беренсе составында минең апайым Гөлназ да бейеү серҙәренә төшөнә ине. Моғайын, уның йоғонтоһо көслө булғандыр. Алты йәштә булғанда ул мине көсләп тигәндәй мәҙәниәт һарайына бейергә өйрәнергә алып килә.

Тәүге тәжрибә туплауҙан һуң әллә арып киткәнменме, илап, башҡа бармаҫтай ҡайтып киттем (көлә). Ләкин артабан үҙемде ҡулыма алып бейеү менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Бер мәктәптә уҡығандар, класташтарым, башҡа уҡыусылар ансамблдең иң йәш төркөмөн тәшкил итте. Ансамбль менән республиканың төрлө ҡалаларҙа һәм райондарҙа үткән концерттарҙа, конкурстарға һәм фестивалдәргә йөрөү насип булды. Мәҫәлән, Өфөлә "Тамыр” студияһында "Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашыу үҙе бер хәтирә.

- Һеҙҙең өсөн бейеү нимә ул? Бейеү сәнғәте һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнай?

- Беҙҙең өсөн бейеү – ул бөтә нәмәнең тәү башланғысы. Унан илһам алабыҙ, ул беҙҙе йәшәтә, йәшәртә һәм үҫтерә, беҙҙең бөтә тормошобоҙҙо хәл итеүсе аңлатма ул. Минең уйымса, һәр бейеү тормошобоҙҙоң бер киҫәге, сөнки уның мәғәнәһенә билдәле ваҡыт арауығының ғөрөф-ғәҙәттәре уйылып ҡалған. Үҙебеҙҙе бейеү сәнғәтенән тыш күҙгә лә килтерә алмайбыҙ. Ваҡыт үтеү менән бигерәк тә беленә (йәнә көлә).

- Беренсе тапҡыр сәхнәлә сығыш яһауың иҫтәме, Илүзә?

-Беренсе тапҡыр сәхнәгә ошо район мәҙәниәт һарайында алты йәшемдә булды. Әхирәтем Айһылыу Хәлилова менән (ул да апаһы кеүек бейеүгә йөрөнө) бергә рус бейеүен ҡуйҙыҡ һәм башҡарҙыҡ. Тулҡынланыуҙарҙың сиге юҡ ине инде…

- Төрлө тарафтарға барып ундағы сәхнәләрҙә сығыш яһауҙарығыҙ тураһында беләм. Был турала нимә әйтә алаһығыҙ?

- Әйтеп китеүемсә, бейеү театрында эш башланыҡ һәм шул ваҡыттан бирле "тәгәрмәстән” төшмәнек тип әйтһәм, яңылышмаҫмын. Төрлө кимәлдәге сараларҙа, төрлө сәхнәләрҙә, төрлө кешеләр өсөн һәм билдәле сәхнә йондоҙҙары менән берлектә сығыш яһарға тура килде, республика буйлап концерттар менән сығыуыбыҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Рәсәйҙең ҙур һәм бәләкәй ҡалаларында (Санкт-Петербург, Мәскәү, Түбәнге Новгород һ.б.), Голландия һәм Бельгияла уҙғарылған халыҡ-ара фестивалдәрҙә, Төркиәлә һабантуй байрамында ҡатнаштыҡ.

- Әлеге ваҡытта һеҙгә яуаплы бурыс-ансамбль етәкселәре вазифаһы йөкмәтелде. Нимәнән башланығыҙ? Ниндәй пландар менән янаһығыҙ?

- Ансамбль менән етәкселекте үҙ өҫтөбөҙгә август уртаһында алдыҡ. Балалар менән эшләү тәжрибәһе бар, был беҙҙе ҡурҡытмай. Үҙем ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында "Рус теле һәм әҙәбиәте” йүнәлеше буйынса VI курста белем алам,- ти Илүзә.

- Яңы составты булдырыу уңайынан Мораҡтағы бөтә белем усаҡтарындағы уҡыусыларҙы ансамблгә әйҙәнек, кластар буйлап йөрөп сыҡтыҡ, иғландар элдек, үҙебеҙ менән таныштырҙыҡ. Директорҙарҙың һәм уларҙың урынбаҫарҙарының, уҡытыусыларҙың һәм вожатыйҙарҙың беҙҙе мөләйем ҡаршы алып ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтләбеҙ. Улар ҙа беҙгә бик ныҡ ярҙам итте. Тәүге көндән килгән балалар ҙа булды.

Шуныһы үкенес: күптәре башҡа түңәрәктәргә йөрөйҙәр, шуға ла теләктәре булһа ла бейеүгә ваҡыт таба алмайҙар. Быны иҫәптә тотоп йәш төркөм (1-4 класс) балалары өсөн ваҡытты шишәмбе, кесе йома көндәре көндөҙгө сәғәт өстән дүрткә ҡәҙәр, урта төркөмгә (5-7 класс) йөрөү ваҡытын шишәмбе, кесе йома, йома көндәренә көндөҙгө сәғәт дүрттән алтыға йөрөү тип билдәләнек. Өлкән төркөмдө 8-11 класс балалары тәшкил итәсәк. Һуңғы арала йәш төркөмгә 15 ҡыҙ һәм 7 малай, урта төркөмгә 13 малай һәм 15 ҡыҙ килде. 2 ноябрҙә "Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивалендә бер төркөм "Хан ҡыҙы” бейеүе менән сығыш яһаны ла инде.

Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһында тәрбиәләнгәндәрҙең ата-әсәләренән дә "бейеүгә өйрәтегеҙ әле” тигән мөрәжәғәттәре лә күп булды. Уларҙы ҡыуандырырға ашығабыҙ: Яңы йылдан һуң теләк буйынса 20 балаға тиклем төркөмдә бейеү серҙәренә өйрәтеүҙе башлайбыҙ. Бәлки улар араһынан киләсәктә ныҡлап бейеү менән шөғөлләнгәндәр булыр. Үҙебеҙ белгәндәребеҙҙе өйрәтергә тырышабыҙ. Башҡорт бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Әлеге мәлдә, мәҫәлән, "Күгәрсен” исемле бейеүҙе сәхнәләштерәбеҙ. Бәләкәйҙәрҙе төрлө бейеү хәрәкәттәренә өйрәтәбеҙ. Ике етәксе булғас отошло: бер үк ваҡытта беребеҙ ҡыҙҙарҙы, икенсебеҙ малайҙарҙы өйрәтә ала. Әҙерлек буйынса сик ҡуймайбыҙ, теләк менән килгәндәрҙе ҡабул итергә тырышабыҙ. Иң тәүге маҡсатыбыҙ ансамблде аяҡҡа ныҡлы баҫтырыу, төрлө конкурстарға ҡатнаштырыу, оло сәхнәгә сығарыу.

- Һеҙҙе башланғысығыҙ менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

-Рәхмәт.


Азамат ҒӘҘЕЛШИН әңгәмә ҡорҙо
Автор фотоһы
Категория: Пресса о нас | Просмотров: 2096 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar