Главная » 2023 » Октябрь » 12 » Бикбулат ауылында "Аҡбуҙат" спорт майҙансығы асыу тантанаһы
15:12
Бикбулат ауылында "Аҡбуҙат" спорт майҙансығы асыу тантанаһы
11 октябрь - Тыуған Башҡортостаныбыҙ үҙенең мөһим байрамын – Республика көнөн ҡаршыланы.

10 октябрь Район мәҙәниәт йортонда байрам концерты тамамланғас, Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортонда байрам сараһы дауам итте. Сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалау маҡсатында ойошторолған “Айыҡ ауыл» республика конкурсының уҙғарылыуы бик тә һөйөнөслө күренеш.

"Айыҡ ауыл" конкурсы 2011 йылда уҙғарыла башлап, сәләмәт тормош алып барғандарҙы берләштереп, халыҡты заманса йәшәргә, халыҡтың рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе сара булып тора.

Республикабыҙҙа уҙғарылған "Айыҡ ауыл" конкурсында Бикбулат ауылы финалға сығып, "Ҙур ауылдар" номинацияһында беренсе урын яуланы һәм 5 миллион аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Был еңеү - Бикбулат ауылы халҡының берҙәмлегенең һөҙөмтәһе.

Был еңеү - Бикбулат ауылы халҡының берҙәмлегенең һөҙөмтәһе булып, ауылда байрам алдынан "Аҡбуҙат" майҙансығы сафҡа индерелде. "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү яулап алынған был аҡсаны бикбулаттар халыҡ мәнфәғәтенә ҡулланды. Спорт майҙансығын асыу тантанаһында Күгәрсен муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Искужин, Башҡортостан Республикаһы Республикабыҙҙың Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы, хөрмәтле яҡташыбыҙ Урал Салауат улы Искәндәров,«Газпром газораспределение Уфа-Газкомплект» Акционерҙар йәмғиәтенең директор урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай Дәүләт Йыйылышы депутаты Рәил Рамазан улы Абдрахимов, юғары квалификациялы табип-генетик, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы "Айыҡ ауыл" конкурсының координаторы Сәлиә Шәрифйәновна Мырҙабаева һәм "Урал" ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Сәйфуллин Илнур Миниғәле улы ҡатнашты.

Спорт майҙансығы менән танышҡас, килгән ҡунаҡтар һәм Бикбулат ауылы халҡы олоһо ла, йәше лә ял итер урын халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланылһын, күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс, гүзәл республикабыҙ гөрләп сәскә атһын, тыуған илебеҙҙә татыулыҡ һәм дуҫлыҡ булһын тигән теләктә таралыштылар.


Альбина Григорьева, район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе
Фото - Кугарчинский район Республики Башкортостан
Категория: Наши новости | Просмотров: 203 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar