Главная » 2012 » Ноябрь » 25 » Юбилей кисәҺе
11:07
Юбилей кисәҺе
Кисә, 24 ноябрь, районыбыҙҙың йәмле ауылдарының береһе, республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкәндә тантаналы ваҡиға үтте.

Шағир, журналист, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире урынбаҫары, Баш6ортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, яҡташыбыҙ – Рәмил ағай Йәнбәковтың юбилей кисәһе үтте. Был кисәлә шағирҙың яҡташтары, 6әләмдәштәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Юбилярҙы беренселәрҙән булып район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин тәбрикләне. Уның сығышында ошондай һүҙҙәр яңғыраны:

«Тыуған районы яҙмышына битараф булмаған, уның тормошо менән бөгөн дә ихлас ҡыҙыҡһыныусы, үткәрелгән һәр ижтимағи-мәҙәни сараларҙа әүҙем 6атнашыусы булараҡ яҡташтарығыҙҙың оло хөрмәтен һәм ихтирамын 6аҙандығыҙ.

Беҙ Һеҙгә тыуған районығыҙ һәм республика өсөн башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Күгәрсен ерендә Һеҙҙең кеүек шиғри күңелле, тос фекерле, оло йөрәкле, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылышлы ир-уҙаман тыуып үҫеүе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!»

Ҡәләмдәштәре лә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Мәләүез районынан Рәзилә Ҡотлогилдина шағирҙы ҡотлап матур йыр ҙа башҡарып үтте, шулай уҡ Рәмил ағайҙы Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе Риф Ғәлим улы Тойғонов, «Ағиҙел» журналының шиғриәт бүлеге мөхәррире Фәнил Тимерйән улы Кузбәков һәм яҙыусы Ғәлим Афзал улы Хисамов йылы һүҙҙәр менән тәбрикләп үттеләр.

Үҙешмәкәр артистар әҙерләгән концерт һәр береһенең күнеленә хуш килде. Ғәзим Ильясовтың «Күгәрсенем – ғәзиз ерем» йыры был кисәгә йәм өҫтәне.

Источник - kugarchi-rb.ru
Категория: Наши новости | Просмотров: 1454 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar