Главная » 2016 » Февраль » 26 » «Йылдарым - юлдарым»
09:19
«Йылдарым - юлдарым»
20 февраль көнө тамаша залында баҫып торор урын булманы – театр йәмәғәтселеге, күп һанлы тамашасылар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовты ҙур юбилейы - 75 йәше менән ҡотланы.

Башҡорт театр сәхнәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән күренекле сәхнә оҫтаһы был көндө бик күп, төрлө тарафтарҙан ҡотлау сәләмдәре, ихлас рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итте. Бына сәхнәгә Республика Хөкүмәтенең ҡотлау адресын уҡыр өсөн БР Хөкүмәте аппаратының социаль-гуманитар үҫеш департаменты директоры З.Н.Ғәрифуллина күтәрелә. Респбулика хөкүмәте исеменән З.Вәлитовҡа Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.

Ҡотлау һүҙҙәре менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов сығыш яһаны. Кисәгә Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан, Республика рус академия драма, Салауат Башҡорт дәүләт драма театрынан коллегалары килгәне. З.Вәлитовҡа Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзының К.С. Станиславский миҙалы тапшырылды.


Заһир Суфиян улының юбилей тантанаһында яҡташтары - Күгәрсен районынан ҙур делегация ҡатнашты. Күгәрсендәр Заһир Вәлитовтың ижад һәм тормош юлына арналған «Йылдарым - юлдарым» китабының донъя күреүенә ҙур ярҙам итте.

Р.Баянов
Категория: Наши новости | Просмотров: 984 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar