Главная » 2013 » Июль » 30 » Әлмәстәр байрамға йыйылды
20:28
Әлмәстәр байрамға йыйылды
Шәжәрә, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” кеүек туғандарҙы табыштырыусы, ауылдаштарҙы берләштереүсе, тарихи тамырҙарға иғтибарҙы йүнәлтеп, патриотик рух биреүсе байрамдарҙың тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бындай сараларҙың тағы ла бер ыңғай яғы бар – ул да булһа, ауылдарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү.

27 июль Әлмәс ауылында уҙған "Урам” байрамына ла халыҡ ентекле әҙерләнгән, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем һуҙылған Үҙәк урамда йәшәүсе һәр кем үҙенең йорт-ҡураһын тәртипкә килтергән, ихатаһын гөл-сәскәгә күмгән. Сараға килеүселәрҙе шартына килтереп, ике ҡатлы мөһабәт мәктәп янында икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм, әлбиттә, дәртле бейеү, йыр-моң менән менән ҡаршы алды әлмәстәр.

Район мәҙәниәт һарайы артистарының матур концерты бүләкләү тантанаһы менән үрелеп барҙы.

Элек ата-бабаларыбыҙ эргә-тирәһендә йәшәгәндәр менән икмәк-тоҙон да, ҡайғы-шатлыҡтарын да уртаҡ бүлешеп, бер туғандай аралашып йәшәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа күрше хаҡы –тәңре хаҡы, тигән хәҡиҡәт онотола бара. "Урам” байрамдары боронғо матур йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, күршеләрҙе, урамдаштарҙы берләштереүе менән дә ҙур әһәмиәткә эйә.
Категория: Наши новости | Просмотров: 1047 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar