Главная » 2014 » Июнь » 19 » Мәҙәниәт йылының күсмә штандарты беҙҙә!
08:36
Мәҙәниәт йылының күсмә штандарты беҙҙә!
"Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы" марафоны сиктәрендә үткәрелгән проект ниһайәт беҙҙең Күгәрсен еренә лә килеп етте. Мәҙәниәт йылының үҙенсәлекле символы ҡаланан-ҡалаға, райондан-районға күсеп йөрөп, уларҙы ваҡытлы ғына булһа ла мәҙәни баш ҡалаға әүерелдерә. Бөгөн Мәҙәниәт йылы штандартын беҙгә ут күршебеҙ Ейәнсура районы тапшырҙы.


Күгәрсен ере элек-электән үҙенең тырыш, талантлы һәм уңған кешеләре менән дан тота. Республикала ғына түгел, ил күләмендә дан-шөһрәт ҡаҙанған сәнғәт әһелдәре, тарихи шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бихисап.

Халыҡ уңышлы эшләһен һәм лайыҡлы йәшәһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ауылдарҙа инфраструктураүҫешә. Социаль-мәҙәни йүнәлештәге объекттар, юлдар төҙөү, газ үткәреү дауам итә. Мәҙәниәт өлкәһендә лә ҡаҙанған уңыштарыбыҙ бихисап.

Районда бөгөн 103 мәҙәни-ял итеү учреждениеһы эшләй. Шул иҫәптән 15 ауыл мәҙәниәт йорто, 48 ауыл клубы һәм район мәҙәниәт һарайы. Шулай уҡ район үҙәк һәм балалар китапханалары, 32 китапхана филиалы шул иҫәптән алты китапхана, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, 3 музей иҫәпләнә. Районда 24 халыҡ һәм өлгөлө ансамбль коллективтары эшләп килә, 12 мәҙәниәт хеҙмәткәре “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен йөрөтә.

Мәҙәниәт усаҡтары, китапхана, музейҙар, барыһы ла халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.

Үрҙә әйтеп үтеүемсә районыбыҙҙа әленән эле яңы социаль-мәҙәни объекттар ҡулланыуға тапшырылып тора.

Былтыр Түләбәй, Яңы Хвалын, Ялсы, Яңы Николаевский, Ерекле ауылдарында клубтар ремонттан һуң үҙ эшен башланы. Быйыл иһә районыбыҙҙың төпкөл ауылдарының береһе Моҡаста өр яңы социаль-мәҙәни үҙәк сафға инде. Ә бөгөн иһә Янауыл ауылында рекнострукциянан һуң ауыл клубы үҙ ишектәрен асты. Шулай уҡ Районда йыл әйләнәһенә төрлө конкурстар, фестивалдәр, үткәрелеп тора.

“Күгәрсен йондоҙсоҡтары” балалар конкурсы, Вилдан Йомағужин иҫтәлегенә ҡурайсылар, Хәлит Мусин иҫтәлегенә “Гармун моңо” конкурсы, “Еҙ үксә” бейеү бәйгеһе һәм башҡа бик күп конкурстар районда яңынан-яңы таланттар аса

Әйткәндәй, "Байыҡ” республика конкурсы ла нәҡ беҙҙен Кугәрсен районда Быйыл ул 6 тапҡыр үткреләсәк.

Мәҙәни марафонға килгәндә инде 20 июндә күгәрсендәр кусмә штандартты Көйөргәҙе районына тапшырасаҡ, уға тиклем районда марафон сиктәренда төрлө ташмалар үткәреләсәк. Китапханалар ,тематик күргәзмәләр әҙерләһә, район мәҙәнәит һарайы ҡаршыһындағы халыҡ театры халыҡҡа “Ишетәһегеҙме, сабыйҙар илай?” спектаклен тәҡдим итәсәк.

Источник - kugarchi-rb.ru
Категория: Пресса о нас | Просмотров: 1348 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar