Главная » 2014 » Апрель » 8 » Риф Бикбаев яңы үрҙәр яулай
10:19
Риф Бикбаев яңы үрҙәр яулай
Танылған йырсы, үҙешмәкәр композитор Риф Бикбаев яңыраҡ үҙенең ижади төркөмө менән гастролдәрҙә булып ҡайтты. Был юлы улар: Валерий Гималов һәм Илгиз Хисамов (“Шихан”төркөмө егеттәре), бейеүсе Альбина Күсмәева (Мәләүез) һәм Земфира Ҡотлоюлова (Стәрлетамаҡтан), йырсы Илүзә Имәнбаевалар – бай йөкмәткеле концерт программаһы менән Әлшәй, Кушнаренко райондары, Стәрлебаш ҡалаһы һәм ауылдары тамашасылары алдында сығыш яһап, һөйөүҙәрен яулаған. Йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙың ҡолағына киртеп ҡуяйыҡ: ошондай уҡ матур концерт программаһын 17 апрелдә Мораҡ тамашасыһына ла бүләк итәсәктәр. Был айҙа дәрт-ялҡынлы сәхнә йондоҙҙары Мәләүез, Өфө, Ишембай халҡы һәм мәктәп уҡыусылары алдында “имтихан тотасаҡ”, майҙа – Салауат, Мәсетле, Балакатай райондарында сәхнә ҡыҙырасаҡ.

Төркөм етәксеһенең киләсәккә пландары бик ҙур. Ул күптәндән буйҙаҡтар мәсьәләһен сисеүгә, демографик хәлде яҡшыртыуға, һүнеп барған ауылдарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итеүсе димселәр клубын булдырырға ниәтләнеп йөрөй ине.

Ниһайәт, хыялдары тормошҡа ашып килә. “Проекттың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хуплау табыуы, беҙҙең хәрәкәткә ҡушылырға теләк белдереүселәрҙең күплеге ҡыуандыра, тирә-йүндең беҙгә ышанысы ошо йүнәлештә ҙур эштәргә этәргес булып, “Аҡ ауаз”димсе клубының киләсәген күҙалларға мөмкинлек бирә”, – ти Риф Бикбаев.

Маладис! Яңы башланғыстарығыҙҙа уңыштар һеҙгә!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Источник - moradimgazeta.wordpress.com

Категория: Пресса о нас | Просмотров: 1338 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar