Главная » 2020 » Ноябрь » 23 » "Шиғырҙарым - күңелем көҙгөһө"
09:51
"Шиғырҙарым - күңелем көҙгөһө"
2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән ине. Ошо айҡанлы ойошторолған төрлө саралар теҙмәһе менән үрелә-үрелә туған телебеҙгә арналған йыл аҙағына ла яҡынлашты. Уны йомғаҡлап һеҙҙең иғтибарға "Шиғырҙарым - күңелем көҙгөһө" исемле шиғыр бәйгеһе иғлан иткән инек.

Конкурсҡа йомғаҡ яһар мәл дә етте. Афарин, балалар, конкурста ихлас ҡатнашҡанығыҙ, матур, мәғәнәле шиғырҙар тәҡдим иткәнегеҙ өсөн айырыуса ҙур рәхмәт.

Жюри ағзалары оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң ошондай ҡарарға килде:

1-се төркөм - 6-7 йәшлек ҡатнашыусыларыбыҙ араһында;

1-СЕ УРЫН - Псәнчин Мирас, 6 йәш, С.Муллабаев "Һәйкәл"
2-СЕ УРЫН - Заһиҙуллина Азалина, 7 йәш. Р. Хазиева. "Еңеү көнө "

2-се төркөм - 9-11 йәшлектәр араһында:

1-СЕ УРЫН - Ғәлимова Алһыу, К. Кинйәбулатованың "Әсә күңеле"
2-СЕ УРЫН - Бөхәрмәтова Азалия, М. Ғафури "Балалар һәм китап"
3-СӨ УРЫН - Дәүләтбаева Зөлхизә, Р.Солтангәрәева "Һаҡлағыҙ"

Басырова Гөлнурға, Йәнбирҙина Ильнараға, Әбулғатина Ангелинаға конкурста ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Маҡтау грамоталары һәм бүләктәрҙе тапшырыу тәртибен етәкселәр менән шәхсән рәүештә һөйләшербеҙ.

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә аҡ юлдар, уңыштар теләйбеҙ! Әҙәбиәттән айырылмағыҙ!


Видео с выступлениями участников конкурса можно ознакомиться на странице Отдела башкирской и краеведческой литературы.
Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 453 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar