Главная » 2019 » Апрель » 3 » Театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә
09:25
Театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә
“Тормош – театр, ә ундағы кешеләр – актерҙар” тигән бөйөк Шекспир.

Ә бына беҙҙең ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, профессор Ғайса Хөсәйенов театр тураһында “Театрҙан тәм тапмаған әҙәм тормоштан да йәм тапмаҫ!” тигән.

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Быйылғы йыл Рәсәйҙә Театр йылы иғлан ителде һәм ошо уңайҙан Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны башланды. Был марафон дауам итеп бөгөн беҙҙең Күгәрсен районына ла килеп етте. Ошо көндәрҙә штандарт Ейәнсураларҙан Күгәрсен районына тапшырылып үтте.

29 март Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортоноң “Умырзая” халыҡ театры Мостай Кәримдең “Айгөл иле” тип әҙерләнгән пьесаһы буйынса сәхнәләштергән спектакльен ейәнсуралар яратып ҡабул итте.

Тантаналы сарала урындағы һәүәҫкәрҙәр, республика халыҡ ижады үҙәгенең театр белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмырҙина, Ейәнсура район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәнов, Күгәрсен район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Мөнир ҡыҙы Файрушина; Күгәрсен район Хакимәитенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллина, Район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Мәҙинә Рәхмәтуллина, сценарийҙар бүлеге етәксеһе Альбина Айҙарбәкова, халыҡ театры режиссеры Руслан Абдуллин ҡатнашты.

Штандарт–марафон сиктәрендә 1 апрель көндө Ялсы ауылы клубы сәхнәһендә Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылының “Көйөргәҙе” халыҡ театры Ибраһим Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре” спектакле менән сығыш яһап, халыҡтың һөйөүен яуланы. Көйөрҙе районыны хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәғиҙә Карамат ҡыҙы Нафикова һәм мәҙәниәт йортоноң директоры Земфира Ғәзиз ҡыҙы Эйтерник ҡатнашып, штандартты ҡабул итеп алдылар. Улар иһә, үҙ сиратында Күмертау ҡалаһына тапшырасаҡ.

Йыл әйләнәһенә был театр коллективы тамашасыларҙы яңынан-яңы спектаклдәр менән ҡыуандырып торһон, уларға уңыштар юлдаш булһын!


Руслан Абдуллин, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры режиссеры.
Категория: Наши новости | Просмотров: 759 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar