Главная » 2021 » Декабрь » 8 » "Теле барҙың – иле бар!"
19:43
"Теле барҙың – иле бар!"
14 декабрьҙә Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуыуына 190 йыл тулыу уңайынан районыбыҙҙың мәҙәни усаҡтарында “Ете аҙым” марафоны старт алды.

Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, иманын бергә туплаған мәҙәни саралар Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Башҡорт теленә арналған марафондың беренсе көнө "Башҡорт теле - иман теле" темаһы аҫтында үтте. Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең нәсихәттәрендә иманды беренсе урынға ҡуя.

Беренсе аҙым 7 декабрҙә Бикбулат ауыл китапханаһында “Иман” сараһы менән башланып китте. Икенсе аҙым 8 декабрь - Мәҡсүт ауыл моделле китаханаһында “Күңел”, өсөнсө аҙым 9 декабрь- Йомағужа ауыл моделле китапханаһында “Аҡыл”, дүртенсе аҙым 10 декабрь - Новохвалын, Юлдыбай, Һатлыҡ ауыл китапханаларында Шөкөр”, бишенсе аҙым 11 декабрь - Ялсы ауыл моделле китапханаһында “Әҙәп”, алтынсы аҙым 12 декабрь Ҡалдар ауыл моделле китапханаһында “Сабыр”, етенсе аҙым 13 декабрь Тәүәкән ауыл моделле китапханаһында “Ихлас”темаһына арналған.

14 декабрь Район үҙәк китапханаһында башҡорт теленә арналған кисә, шиғри бәйге һәм башҡортса караоке уҙасаҡ.

Тағы ла ете көн ағымында бик күп мәғәнәле, фәһемле саралар ойоштороу ҡаралған. Күгәрсен телестудияһында Башҡорт теле көнөнә арналған аудио-видеоматериалдар , З.Биишева исемендәге йорт- музейҙа “Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!” интернет акцияһы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге йорт - музейҙа “Шәһит Хоҙайбирҙин - башҡорт теленә дәүләт статусы алыуға нигеҙ һалыусы ” музей дәрестәре һәм Күгәрсен тыуған яҡты өйрәнеү тарихы музейында мәктәп уҡыусылары өсөн этноэкскурсиялар уҙғарыласаҡ.

Альбина Григорьева,
район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе.
Категория: Наши новости | Просмотров: 367 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar