Главная » 2021 » Май » 25 » "Тынғы белмәҫ китапханасы"
14:43
"Тынғы белмәҫ китапханасы"
27 май - китапханасылар көнө.

Хәтерегеҙҙә булһа, үткән йыл «Ҡотло нәҫел» рубрикаһында Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән матур, затлы ла, ҡотло ла ғаиләләр тураһында бай йөкмәткеле мәҡәләләр баҫтырғайныҡ. Бына шул геройҙарыбыҙҙың береһе - Нәзилә апай менән Зәйнулла ағай Байғазиндарҙың ҡыҙын килен итеп төшөргән Ихсановтар. Гөлфиә апайҙы беҙ китапханасы булараҡ та, “Бесәнсе” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Бөгөн ул хаҡлы ялда. Шулай ҙа оҙаҡ йылдар – 37 йылдан ашыу Хоҙайбирҙин ауылы китапханаһында эшләгән хеҙмәткәр булараҡ, уның эшмәкәрлеге тураһында ла яҙмау яҙыҡ булыр.

Гөлфиә Сибәғәт ҡыҙы үҙе Юлдыбай ҡыҙы. Ошо хәтлем йылдар бер урында эшләүе, ай-һай, еңел дә булмағандыр, әммә үҙенең бер өҫтөнлөгө, үҙенең бер сере лә барҙыр.

- Бала саҡтан яраттым китап уҡырға. Беҙҙең өйҙөң тәҙрәһенән китапхана тәҙрәһе күренеп кенә тора. Тәхиә апайҙың китап һайлап, эшләп йөрөгәне күрене тора. “Эх, шунда китап уҡып ҡына ултырһаң ине ул...” тип уйлай торғайным. Китапханаға йыш барҙыҡ. Бик талапсан ғына апай булды ул. Китапты уҡып бөткәс, тапшырырға барғанда йөкмәткеһен һораша, нимә оҡшаны, нимә оҡшаманы белешер ине. Алған китапты алып бармайса яңыһын да бирмәне.

Шулайтып, китапханасыға уҡып сыҡҡас, Хоҙайбирҙин ауылына ебәрҙеләр, - ти Гөлфиә Сибәғәт ҡыҙы.

Тулы мәҡәлә гәзиттең киләһе һандарының береһендә булыр.


Айгөл Айытҡолова
Источник - moradim.rbsmi.ru
Категория: Наши новости | Просмотров: 343 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar