Главная » 2017 » Декабрь » 12 » «Тыуған яғым хазинаһы!»
13:59
«Тыуған яғым хазинаһы!»
8 декабрь район мәҙәниәт Һарайында хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостан телевидениеһы комментаторы, драматург, балалар яҙыусыһы, сценарист Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Суринаның юбилей кисәһе булып үтте.

Сарала драматург, “Тамаша” журналы мөхәррире, Сөләймән Латипов, “Тамаша” журналы хеҙмәткәрҙәре Сәриә Ишемғолова һәм Тәғзиә Хәбирова, яҙыусы, прозаик, Ш. Бабич премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатова, Ырымбур өлкәһенең Туҡ йылғаһы буйындағы Иҫке Юлдаш ауылының “Юлдаш” фольклор ансамбле йырсылары Гөлназ Гәрәева һәм Мәйсәрә Кучаева, шулай уҡ юбилярҙың яҡташтары һәм яҡын туғандары ҡатнашты.

Байрамдың тәүге өлөшөндә Күгәрсен район мәҙәниәт бүлегенең ауыл клубтары араһында уҙғарылған С. Суринаның балалар өсөн пьесаларынан торған Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортоноң драма коллективының балалар төркөмө “Сәйәхәтсе Әтәс йәки кәрзин үреүселәр”, Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң драма коллективы “Янһарының тылсымлы санаһы” һәм Яңауыл ауыл мәҙәниәт йортоноң балалар драма коллективы “Күк алмаһы менән Ер алмаһы” спектаклен тәҡдим иттеләр.

Сәрүәр Рәшит ҡыҙының пьесалары Башҡортостан театрҙары сәхнәһендә, киносценарийҙары буйынса фильмдар төшөрөлә. Ул йән тетрәткән халыҡсан тамашаларға сценаийҙар яҙыусы булараҡ та уңышлы эшләй.

Яҡташыбыҙҙы хөрмәт итеп Күгәрсен район хакимиәте башлығы Ғайса Ғилмитдин улы Янбаев уға иҫтәлекле бүләк һәм Ҡотлау адресын уҡып үтте. Уҡа шулай уҡ Башҡортстан Республикаһының Ҡоролтай башҡарма комитетының һәм Күгәрсен район Ҡоролтай башҡарма комитетның Ҡотлау адрестары тапшырылды.

Уны юбилейы менән ҡотлап Ырымбур өлкәһенән килгән йырсылар Гөлназ Гәрәева, Мәйсәрә Кучаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинә Рәхмәтуллина, халыҡ-ара һәм рсепублика конкурстары лауреаты Нәғим Нуриманов, шағирҙар З.Биишева район премия лауреаты Хәким Алсынбаев, Ш. Хоҙайбирҙин республика журналистар премия лауреаты Айгөл Айытҡолова, Бикбулат ауылынан Ләйлә Кинйәбаева, Ҡалмаҡ ауылынан мөнәжәтсе Зәкиә Ҡолонбаева, Мораҙым ауылынан Минмияр Солтанбаев, Мәҡсүт һәм Үрге Һаҙ ауылынан килгән Ағинәйҙәр ойошмаһы, “Байыҡ” телелвизион бейеү бәйгеһе еңеүсеһе Азамат Кәримов, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Миләш” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокаль һәм “Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбльдәре үҙенең шиғыр-йырҙарын бүләк иттеләр.

Сәрүәр Сурина – талантлы журналист. Уның көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан, заманға ҡарата үҙ ҡарашы булған бай йөкмәткеле тапшырыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ул илһамлы хеҙмәте менән тыуған яғыбыҙҙың сағыу бер хазинаһы булып, уңышлы хеҙмәт менән хөрмәт ҡаҙаныр.


Альбина Григорьева, сценарийҙар ҡуйыу бүлеге мөдире.
Категория: Наши новости | Просмотров: 1000 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar