Главная » 2018 » Январь » 10 » "Уңған кеше бөтә ерҙә лә уңған"
07:44
"Уңған кеше бөтә ерҙә лә уңған"
Уңған кеше бөтә ерҙә лә уңған тигәндәй, һәр төбәктә үҙҙәренең тормош юлы, йәшәйеше менән башҡаларға, бигерәк тә йәштәргә, өлгө булырлыҡ шәхестәр бар. Ундайҙар иҫәбенә Рәмзиә Мөхтәр ҡыҙы Зәйнуллинаны ла индерергә була. Хеҙмәт юлын ул Мәҡсүт ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 2006 йылдан Мораҡ район үҙәк китапханаһында башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеген етәкләй.

Ғүмерен китап донъяһына бағышлаған тәжрибәле, үҙ эштәренең остазы булып танылған китапханасының тынғыһыҙ хеҙмәте бөгөн оло баһаға лайыҡ. Китап һөйөүселәрҙең күңелдәренә рухи орлоҡ сәсеп, үҙ мөхитебеҙҙә халҡыбыҙ тарихына, күренекле шәхестәргә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү өләшә. Уҙғарылған сараларҙа йөрәк йылыһы, ижад сатҡылары сағыла.

Киләсәктә донъяның бар матурлығын тойоп, яҡындарының һөйөү наҙына төрөнөп, коллегаларыңдың хөрмәтен тойоп оҙон ғүмер кисерергә яҙһын, һиңә бәхет сәләмәтлек һәм уңыштар юлдаш булһын.
Категория: Наши юбиляры | Просмотров: 1052 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar