Главная » 2017 » Июль » 3 » Зәйнәб Биишева исемендәге йорт-музейында осрашыу үтте
14:54
Зәйнәб Биишева исемендәге йорт-музейында осрашыу үтте
30 июнь Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге йорт-музейында З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре менән йылы осрашыу булып үтте. Ҡунаҡтар осрашыуҙы тәүҙә район үҙәге - Мораҡта хөрмәтле әҙибәнең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланы.

Сараның икенсе өлөшө Туйөмбәт ауылында дауам итте. Йорт-музей алдындағы хөрмәтле әҙибәнең бюсына сәскә гөлләмәләре ултыртҡас, “Китап” нәшритенең директоры Илһам Минлеғәли улы Йәндәүләтов һәм әҙибәнең улы Тельман Ғәзиз улы Әминев ауыл халҡын сәләмләп үттеләр. Яҡташтары һәм хөрмәтле ҡунаҡтар менән уҙғарылған йәнле осрашыуҙа Эльвера Мөнир ҡыҙы Фәйрушина Күгәрсен муниицпаль районының хакимиәт башлығы Ғайса Ғилметдин улы Янбаевтың “Ҡотлау адресын” уҡып үтте.

Йырлы моңдар менән үрелеп барған кисәлә әҙибәнең улы, химия фәндәре докторы, академик, профессор Әминев Т.Ғ., хеҙмәт ветераны, мағариф отличнигы, З.Биишева исемендәге премия лауреаты Л.Ғ. Биишева, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре, күренекле балалар яҙыусыһы А.Н. Әсәҙуллина, Рәсәй Федерацияһының суд системалары буйынса маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, З.Биишева исемендәге премия лауреаты М.А.. Айбасов, З.Биишева исемндәге йорт-музей директоры З.М. Кәримова хөрмәтле яҡташыбыҙ Зәйнәб Абдулла ҡыҙының исеменә тап төшөрмәй, уның рухын дауам итеп, киләһе йылда 110 йыллығын юғары билдәләп үтергә килештеләр. Шулай уҡ йыл ағымында “Китап” нәшриәте районыбыҙҙағы “Мораҙым” гәзите менән берлектә Зәйнәб Биишева ижады буйынса викторина үткәрҙе. Тулы һәм ентекле яуап биргән еңеүселәрҙе “Китап” нашриәтенең баш мөхәррире, Башҡортотсандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре З.Ш. Ҡарабаева бүләкләп үтте.

З.Биишева – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Уның тыуған Башҡортостаныбыҙ өсөн янып эшләгән һәр изге эше, халҡыбыҙ өсөн яҙған әҫәрҙәре- милләтәштәребеҙ өсөн рухи хазина булып һаҡланыр.


Альбина Григорьева.
Фото автора.
Категория: Наши новости | Просмотров: 912 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar