Главная » 2018 » Декабрь » 26 » Еще один многофункциональный клуб в районе
14:56
Еще один многофункциональный клуб в районе
24 декабрь Тәүәкән ауылында күптармаҡлы мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы булып үтте.

Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында Яңы йыл байрамына шыршы ҡуйылып, милли кейемдә ҡыҙ-егеттәр, “Сәңкем” фольклор ансамбле сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдылар.

Был сарала Күгәрсен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Мөнир ҡыҙы Файрушина, Республика халыҡ ижады үҙәгенеү Күмертау ҡалаһының филиалы директоры Әлфиә Хәлил ҡыҙы Грязнова ҡатнашты.

Фойела ҡул эштәренән, бәйләмдәрҙән һәм башҡа төрлө кәсептәрҙән һәм картиналарҙан күргәҙмәләр ойошторолғайны.

Районыбыҙҙа барлығы 4 күптармаҡлы ауыл клубтары эшләп килә. Ижад кешеләрен һәм ауыл халҡын һөйөндөрөп, 2015 йылда Исем ауылында, 2016 йылда Йомағужа һәм Теләүембәт ауылдарында,ә 2017 йылда Мәҡсүт ауылында мәҙәниәт усаҡтары “күптармаҡлы” статусына эйә булғайны.

Мәҙәниәттебеҙҙе үҫтереү, матди-техник базаларҙы нығытыу, яңы мәҙәниәт усаҡтары төҙөү буйынса районыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа бик ҙур эштәр атҡарыла.

Заманса йыһазландырылған Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡты күптармаҡлы һәм юғары сифатлы хеҙмәтләндереү ҡаралған. Кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн дә барлыҡ шарттар булдырылған. Ауыл клубында барлығы 5 коллектив - Сәңкем” халыҡ фольклор һәм “Күнйәп” балалар ансамбльдәре, “Йәйғор” вокаль-бейеү ансамбле, һәм вокал, театр түңәрәктәре эштәре эшләй, шулай уҡ бында “Ағинәйҙәр “ һәм “Ғаилә“ клубтары, шахмат-шашка турнирҙары һәм һәүәҫкәр берекмәләр бар. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү һәм уларҙы һаҡлап ҡалыу ниәтендә әүҙем эш алып барыла. Бында үҙҙәренә генә хас булған байрамдар, “Ҡаҙ өмәләре”, “Шәл байрамдары”, “Кис ултырыуҙар”, “Һуғым байрамдары” һәм башҡа йола байрамдары үткәрелеп тора.

Күгәрсен район Хакимитәе Ғайса Ғилмитдин улы Янбаев исеменән Эльвера Мөнир ҡыҙы Файрушина ошо тантана менән ҡотлап үтһә, Әлфиә Хәлил ҡыҙы Грязнова, Башҡортостан Республикаһы министрлығының “Тәүәкән ауыл “күптармаҡлы” мәҙәниәт йорто сертификатын тапшырып үтте.

Киләсәктә лә районыбыҙҙағы мәҙәни мөхит һүнмәһен, Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йорто күптармаҡлы статусын иҫбатлап үҙенең күп яҡлы таланттарын асһын.

Сара Тәүәкән ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән Ирекмәндәр йылы һәм Ғаилә йылын йомғаҡлауға арналған кисә менән тамамланды.


А.Григорьева, район мәҙәниәт йортоноң сценарийҙар яҙыу бүлеге мөдире.
Категория: Наши новости | Просмотров: 783 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar