Главная » 2019 » Июль » 10 » Силәбе өлкәһе һабантуйы
09:05
Силәбе өлкәһе һабантуйы
6 июль Күгәрсен район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллина етәкселегендәге район делегацияһы Силәбе өлкәһенең Троицк тарихи ҡалаһында һабантуй байрамында ҡатнашты.

Әйткәндәй, Күгәрсен районы сит өлкәләрҙәге һабантуйҙарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашмай. Силәбе өлкәһенең башлығы Алексей Текслерға һәм Силәбе халҡына районыбыҙҙың мәҙәниәт йорто ижади төркөмөнөң һәм Учалы дәүләт филармонияһыныңы сығыштары ифрат оҡшаны.

Сарала беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси идаралығы етәкесһе Урал Таһир улы Килсенбаевтың, Күгәрсен район Хакимиәте башлығы Ғайса Ғилмитдин улы Янбаевтың ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне.

Байрамда төрлө бәйгеләр, ярыштар ойошторолһа ла, һабантуйҙың йөҙөк ҡашы тирмәләр Силәбе халҡында ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Туған Республикабыҙ исеменән Күгәрсен районының этнографик тирмәһе, Башҡортостандың мәҙәниәте, тарихы, сәнғәт ҡомартыҡылары, башҡорт халҡының көнкүреше менән ҡыҙыҡһынған Силәбе халҡының күңеленә хуш килде.

Һабантуй байрамында Силәбе халҡы шулай уҡ, туғандаш республика Татарстандан һәм Ҡаҙахстандан килгән ҡунаҡтарҙың мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштылар. Был байрамда барлығы 34 мең халыҡ ҡатнашты.

Силәбе өлкәһенең йәмле һабантуй байрамында ҡатнашып, күңелдәргә матур тәҫьораттар алып, илһамланып ҡайттыҡ.


Альбина Григорьева
Фото - Гузелия Кутлубаева
Категория: Наши новости | Просмотров: 633 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar