Главная » 2014 » Ноябрь » 27 » Һандуғасың ары торһон бындай йырсыла
09:18
Һандуғасың ары торһон бындай йырсыла
Халҡыбыҙҙа йыр яратмаған кеше бар микән?!

Оломо ул, кесеме, моңломо ул, моңһоҙмо – уныһы мөһим түгел, бар булмышы менән тәбиғәт балаһы булған ата-бабаларыбыҙ ҙа йырларға, йыр тыңларға яратҡан, ошо һөйөү ҡан менән беҙгә лә тапшырылған. Бигерәк тә Күгәрсен кеүек гүзәл ерҙә тыуып, моңһоҙ ҡалыуы мөмкин түгел – хисле кешегә бындағы һәр тау-таш үҙе йырлай, һәр йылға үҙе моң сәсә төҫлө. Башҡорт һәм татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың “Күгәрсен һандуғасы-2014” йыр конкурсында ҡатнашыусыларҙың бихисап булыуы үҙе үк быға дәлил.

Ике йылға бер тапҡыр ойошторолған бәйге ғәҙәттәгесә Мораҡта түгел, ә Яңауыл ауыл клубында уҙҙы. Иләктән иләнеп, һелкәүестән һелкенеп, йәғни ике һайлап алыу турынан уҙып финалға сыҡҡан 26 һәүәҫкәр йырсы тамашасыларға эстрада һәм халыҡ йырҙарын тәҡдим итте. Шуныһын да билдәләп үтеү зарур – бәйгеселәрҙең күбеһе ретро йәки сәхнәләрҙә һирәк яңғыраған йырҙарҙы һайлаған.

Баһалама төркөмө ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинә Булатова әйтеүенсә, йылдан-йыл бәйгенең популярлығы артып ҡына ҡалмай, ҡатнашыусыларҙың башҡарыу кимәле лә күтәрелә, географияһы ла киңәйә бара. Быйыл бәйгелә 40-лап кеше ҡатнашырға теләк белдергән, айырыуса Вәлит, Ибрай, Сәйетҡол, Күгәрсен, Мораҡ, Тәүәкән, Бикес, Хоҙайбирҙе, Воскресенка, Аралбай, Санъяп, Түләбай, Йомағужа, Мәҡсүт, Яңауыл, Үрге Мөрсәләй, Ялсы, Хоҙайбирҙе, Нуҡай ауылдары һәүәҫкәрҙәре әүҙемлек күрһәткән.

Конкурсанттарҙың барыһының да тиерлек сәхнәнән алыҫ торған һөнәр эйәләре булыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың ҡыйыулығына, башҡарыу оҫталығына һоҡланырға ғына ҡала. Әлбиттә, ябай тамашасы күҙлегенән сығып һәр сығышҡа баһа бирергә мөмкин, әммә беҙгә ҡалһа, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә моңло, үҙенсә талантлы, һәр сығыш күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. Шулай ҙа егеттәрсә дәртле баҫып сәхнәгә күтәрелгән, “Зәлифәкәй” йырын йөрәктәргә үтеп инерлек итеп башҡарған Хоҙайбирҙе ауылы уҙаманы – 76 йәшлек Абдразаҡ Ғәйнетдиновты айырым телгә алмау мөмкин түгел!

Конкурсты йәмле лә, йәнле лә итеп алып барған Мораҡ район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Альбина Григорьева менән Рәмил Ҡотлоғужин (әйткәндәй, Рәмил Һәүбән улы 1992 йылда уҙған беренсе “Күгәрсен һандуғасы” конкурсының да алып барыусыһы булған) еңеүселәрҙе иғлан итер өсөн сәхнәгә аяҡ баҫҡас, конкурсанттар тулҡынланыуын йәшермәне.

Әммә бәйге булғас еңеүселәрҙе билдәләү мотлаҡ: Гөлфиә Ихсанова, Нияз Ишемғолов, Әлиә Бикбаева, Ғәзим Йәғәфәров, һәм Айзилә Ваһапова “Йыл асышы – 2014”, Гөлфиә Ғәбитова “Йыр сәнғәтенә тоғролоҡ”, Дамира Байморатова “Һирәк башҡарыла торған йыр”, Ғәлимә Дәүләтбирҙина “Йыр сәнғәтенә һөйөү”, Нәзифә Искәндәрова “Йыр сәнғәтенә тоғролоҡ”, Руслан Абдуллин “Тамашасы һөйөүе” номинацияларына лайыҡ тип табылды.

Төрлө йәш категорияларында Рәзилә Вәлитова, Резеда Исламғолова, Фәрзәнә Мөхәмәтйәнова, Рәсимә Ишемғолова, Альбина Алламоратова, Шәирә Әлимғужина, Хөрмәт Нәҙершин – 3-сө; Земфира Мерәсова, Илдар Йәғәфәров, Алина Ғәҙелева, Светлана Ибраһимова, Юлиә Бикбаева – 2-се; Абдразаҡ Ғәйнетдинов, Нәсимә Дәүләтбаева, Азат Маннанов 1-се урын яуланы.

“Сыбай ҡашҡа” халыҡ йыры менән тамашасылар күңелен әсир иткән Яңауыл ауылы егете Илназ Буранбаевҡа иһә бәйгенең иң ҙур бүләге – Гран-при тапшырылды.


Шулай итеп, сираттағы йыр бәйгеһе лә артта ҡалды. Әммә араларҙы яҡынайтыр, күңелдәрҙе йәшәртер моңобоҙ мәңге тынмаҫ, мәңге юғалмаҫ. Һау бул “Күгәрсен һандуғасы – 2014”, һаумы “Күгәрсен һандуғасы” – 2016!”

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Миләүшә Нуретдинова фотоһы.
Источник - moradimgazeta.wordpress.com
Категория: Пресса о нас | Просмотров: 1314 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar