Главная » 2019 » Июнь » 26 » I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы булып үтте
13:04
I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы булып үтте
“Аҡ кейеҙҙән оло тирмә ҡорҙом,
Дуҫ-иштәрем килһен тип, ҡунаҡҡа!”

Борон тирмә башҡорттар йәшәйешенең үҙәге булып торған. Борон-борондан башҡорттар кейеҙ һуғыу, бәйләм, тегеү, балаҫ һуғыу, умартасылыҡ, ҡымыҙсылыҡ, малсылыҡ, ер эшкәрәтеү, һунарсылыҡ менән шөғөлләнер булғандар.

23 июньдә Әбйәлил районының Айғырбатҡан яланында “Ураларъяғы-2019” I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы булып үтте.

Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, йолаларын, кәсеп шөғөлдәрен, тарихын сағылдырған бай күргәҙмәләре менән был матур сарала 25 муниципаль район ҡатнашты.

Күгәрсен районынан барған делегация башҡорт тирмәһенең ихатаһында сит илдән килгән Турция ҡунаҡтарын ихлас күңелдән ҡаршы алды.

Шәхси эшҡыуарҙар, халыҡ оҫталары күргәҙмәһе, үҙҙәре етштергән тауар продукциялары ҡунаҡтарға тәҡдим ителде. “Ҡырағай бал” йәмғиәте директоры Руслан Ғүмәровтың бал продукциялары, данлыҡлы ҡурай эшләүселәр Хөснуллиндарҙың башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ҡунаҡтарҙа оло ҡыҙыҡһыныу уятты .

Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталығы бәйләм - сигеүҙәрҙә танылған. Күргәҙмәлә бәйләнгән шәлдәр, башҡорт милли мәҙәниәтенең төп өлөшө - һуғылған балаҫтар, “Йәйге аласыҡта ” киптерелгән шифалы дарыу үләндәре, хуш еҫле ҡайын һәм имән миндектәре башҡорт ихатаһына йәм өҫтәне.

Шулай уҡ байрамда умартасы мөйөшө, башҡорт ир-егеттәренең һунарсылыҡ һөнәрен дәлилләп, улар аулап тотҡан кейек януарҙарҙан торған һунарсы мөйөшө лә ҡунаҡтарҙа оло кинәнес тыуҙырҙы.

Мең дарыу ҙа кәрәк түгел,
Булһа башҡорт ҡымыҙы!

Күргәҙмәләр менән танышып сыҡҡас, ҡунаҡтар шифалы ҡымыҙҙан да ауыҙ итте.



Альбина Григорьева.
Категория: Наши новости | Просмотров: 770 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar