Главная » 2023 » Декабрь » 8 » «Йылдар ағышында - йырҙарым!»
20:36
«Йылдар ағышында - йырҙарым!»
8 декабрь, район мәҙәниәт йортоноң тамаша залында Һәүәҫкәр композитор, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Нуримановтың ижад кисәһе уҙғарылды.

Был күркәм сараға Н.Нуримановтың ижадын яратҡан, уның йырҙарын яратып тыңлаған ижадташ дуҫтары, тамашасылары йыйылды.

Быуындан-быуынға күсеп килгән башҡорт халҡының моңло хазинаһы – яратып башҡарған йырҙары менән Н. Нуриманов, республикабыҙҙа ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә лә тамашасыларҙың һөйөүен яулаған моңло һандуғасы. Халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни байлығын арттырыуҙа һәм йыр сәнғәтен үҫтереүҙәге уның ижади хеҙмәте оло ихтирамға лайыҡ.

Кисәлә ҡотлау адресы менән Күгәрсен район хакимиәтенең район Советы секретаре Р.Р. Әхмәров, бергә эшләгән ижадташ дуҫтары һәм Бикбулат ауылынан яҡташтары сығып ҡотланылар.

Ижади кисәне йәмләп, уның ижадташ дуҫтары Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ришат Бәҙретдинов, Мәҙинә Рәхмәтуллина, талантлы бейеүселәр, сәхнә оҫталары, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм республика конкустары лауреаттары Илгиз һәм Илүзә Ниғәмәтуллиндар, Ишембай ҡалаһынан килгән, Өфө сәнғәт училищеһында бер осорҙа уҡыған дуҫтары Фәнил һәм Зиләрә Кинйәғоловтар ҡатнашты.

Нәғим Нуриманов, яратҡан тамашасыларына йырсы ғына булып түгел, ә һәүәҫкәр композитор булараҡ та билдәле. Уның иң тәүге ижад емеше булып 1995 йылда Флүзә Мырҙабаева һүҙҙәренә «Ҡәнәферҙәр” йыры ижад ителде. Бөгөнгө көндә лә республикабыҙ йырсылары башҡарыуында уның ижад иткән йырҙары радио һәм зәңгәр экрандар аша Фәрүәз Урманшин, Сәғиҙулла Байегет, Рөстәм Ғиззәтуллин башҡарыуында яңғырап тора.

Ноябрь айында ул үҙенең 50 йәшлек-алтын юбилейын билдәдәп үтте. Беҙ уға киләсәктә лә ижад офоҡтарының киң һәм яҡты булыуын, илһам шишмәләре мәңге тынмаһын һәм яңы ижади уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Нуримановтың ижад кисәһен Гөлдәр Абдрахимова һәм Руслан Абдуллин алып барҙылар.


Альбина Айдарбекова, район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе.
Фото - Айгиза Алимгулова
Категория: Наши новости | Просмотров: 331 | Добавил: РФ | Рейтинг: 4.0/3
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar