Главная » 2026 » Ноябрь » 25 » "Хәтер стенаһы" асылды
12:35
"Хәтер стенаһы" асылды
24 ноября в селе Мурадымово состоялось историческое событие, в сельском клубе культуры открылась "Стена Памяти" в память о наших земляках, погибших в спецоперации, героях нашего времени: Кутлугильдине Сабире Гаипьяновиче, Кутлугильдине Анваре Рамазановиче, Муталлапове Агляме Ахметовиче.

Увековечивание памяти наших героев - наша священная обязанность. Светлая память о доблестных воинах, не жалеющих жизни ради нашего благополучия и счастливого будущего, навсегда останется в сердцах наших земляков.


24 ноябрь Мораҙым ауылында тарихи ваҡиға, ауыл мәҙәниәт клубында – Махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ, беҙҙең заман геройҙары: Ҡотлогильдин Сабир Ғәйепйән улы, Ҡотлогильдин Әнүәр Рамазан улы, Моталлапов Әғләм Әхмәт улы иҫтәлегенә "Хәтер стенаһы" асылды.

Хәтер стенаһын асыу -  ул Тыуған ил өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ихтирам уятыу .

Был мәртәбәле сарала Күгәрсен муниципаль район Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ниғәмәтуллина И.Р., Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығының вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сөләймәнов Р.Ф., ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың ғәзиз әсәләре, ғаилә ағзалары һәм ауылдаштары ҡатнашты. Сара барышында Сөләймәнов Ришат Фатих улы һәм Махсус хәрби Операцияла һәләк булған Ҡотлогильдин Әнүәр Рамазан улының әсәһе Фирҙәүес Ғәрифулла ҡыҙы үҙҙәренең уй-теләктәрен әйтеп үттеләр.

Батыр ҡаһармандарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Беҙҙең именлегебеҙ, бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен аямаған ҡаһарман яугирҙарыбыҙ тураһындағы яҡты иҫтәлек яҡташтарыбыҙ күңелендә мәңге һаҡланыр.

Хәстәрлек менән сорналған, ҡаһарман улдар үҫтергән ғәзиз әсәләр алдында беҙ бөгөн баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

"Ил яҙмышы - ил иңендә"-тиҙәр, бөгөн тыуған ил алдындағы үҙ бурысын үтәгән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Сара аҙағында Район мәҙәнәиәт йортоноң ижади коллективы ауыл халҡына Әсәләр көнөнә арналған йыр-моңдарын бүләк итте.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Кинйәбулатов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Бәҙретдинов, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, "Башҡорт йыры-2024" телевизион конкурсы лауреаты Ләйсән Мәүлетҡолова, төбәк-ара һәм республика конкурстары лауреаты Зөлфиә Илмөхәмәтова, Айбулат Ишморатов, Венер Килдейәровтың башҡарған йыр-моңдары һәм Наҙгөл Уразбаеваның дәртле бейеүе тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

Тыуған илебеҙ тыныс, имен, күгебеҙ аяҙ булһын тигән теләктә байрам сараһы тамамланды.

Альбина Григорьева, район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе.
Категория: Наши новости | Просмотров: 6 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar