08:26 Нагим Нуриманов | |
Күгәрсен район мәҙәниәт бүлеге, район мәҙәниәт һарайы коллективы һәм район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюздар ойошмаһы ғүмер миҙгелегеҙҙең матур байрамы – 50 йәшлек күркәм юбилейығыҙ айҡанлы ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. Ғүмер үҙе ғәжәп моңло бер йыр кеүек, ә башҡорт йыры, башҡорт моңо – ул һоҡланып туя алмаҫлыҡ матурлыҡ донъяһы. Һеҙ ғүмерегеҙҙе ижадҡа бағышлап, моңло йырҙарығыҙ менән тамашасылар күңеленә сикһеҙ һөйөү яулайһығыҙ, башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Тыуған районыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүҙә, илһамлы ла, серле лә ижад донъяһына үҙегеҙҙең тос өлөшөгөҙҙө индереп, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуығыҙ үҙе бер дәлил. Халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни байлығын арттырыуҙа һәм һаҡлауҙа, башҡорт халҡының йыр сәнғәтен үҫтереүгә һалған хеҙмәтегеҙ бөгөн оло ихтирамға лайыҡ. Артабан да, ҡайнап торған тормош даръяһында эҙегеҙ ҡалырлыҡ итеп, бөгөнгөләй дәрт-дарманлы, ысын ир-егеттәр һыҙаттарына эйә булып ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. 50 йәшең - ғүмер сылбырыңдың Иң сағыу һәм гүзәл бер мәле. Ижад итеп, йырҙарыңды йырлап Тағы йырлап оҙаҡ йәшә әле! 50 йәш әле ир-егеттең уртаһы ғына, һеҙгә ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған башҡорт моңондай оҙон ғүмер, ижади уңыштар, ҡоростай сәләмәтлек, ғаилә именлеге юлдаш булһын! Моң-даръяларың тынмаһын, моңло йырҙарың менән тамашасыларыңды киләсәктә һөйөндөрөп торорһоң тигән теләктә ҡалабыҙ. | |
|
Всего комментариев: 0 | |