Главная » 2012 » Март » 16 » Поэзия - душа моя...
00:12
Поэзия - душа моя...
Ежегодно 21 марта отмечается Всемирный день поэзии. История его возникновения такова. В 1999 году на 30-й сессии генеральной конференции ЮНЕСКО было решено ежегодно отмечать Всемирный день поэзии (World Poetry Day).

«Поэзия, — говорится в решении ЮНЕСКО, — может стать ответом на самые острые и глубокие духовные вопросы современного человека — но для этого необходимо привлечь к ней как можно более широкое общественное внимание».

Этот День, считает ЮНЕСКО, призван послужить созданию в средствах массовой информации позитивного образа поэзии как подлинно современного искусства, открытого людям.

В канун этого замечательного праздника хочу познакомить вас с творчеством Арсланбековой Айгуль. Айгуль Ражаповна Арсланбекова работает редактором Кугарчинского районного телевидения.

Её творчество отличается лиричностью и тонкостью передачи чувств автора. Стихотворения пронизаны волнующими переживаниями и вызывают ощущение реальности происходящего.

Извечный поиск смысла, сущности человеческой души, любви, любви к родной земле, к жизни, к человеку... Наверное это и есть философия нашей жизни, которая отражается в нас самих.
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Аҡ-ҡаралы юлдан атлайым.
Кеше тигән бөйөк исемде лә
Йөрөтөүе ауыр, аңлайым.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Дуҫтарымдан дошман күберәк.
Хыялың да ҡайсаҡ юҡҡа сыға,
Осоп үтә, гүйә, күбәләк.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Тура һүҙем була язалы.
Хаҡлыҡтарҙан өҫтөн нахаҡ сыға,
Йөрәгемдә ҡала ҡаяуы.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Йөк атылай эштә көндәрем.
Донъя малы-дуңғыҙ ҡаны тиҙәр,
Йылы ҡараш көтә күҙҙәрем.

Яҙмыш тигәндәре шулай булһын-
Ил өҫтөндә билем бөгөлһөн.
Хаҡлыҡ өсөн, бары халыҡ өсөн
Ергенәмдә тирем түгелһен.

Һинһеҙ йәшәгәнмен. (Й. Нәҙершин көйө)
Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,
Йәшлек инде, ана, йыраҡта...
Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,
Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..

Бөрөләнгән һинһеҙ умырзая,
Һинһеҙ яуған көмөш ямғырҙар...
Сит-яттарға нисек йырҙар арнап,
Йәшнәгәнмен йәшлек-яҙҙарҙа...

Күпме ғүмер һинһеҙ йәшәгәнмен,
Һинһеҙ үткән юлдар-йылдарым...
Ҡул һуҙымы хәҙер беҙҙең ара -
Яҡынайтыр микән йырҙарым...

***
Ләүкеп һүнер бер саҡ,
Һин ҡабыҙған усаҡ.
Көл-күмергә ҡалыр күңелем...
Тәндең йәнһеҙ үкһеҙ,
Йәндең тәнһеҙ үкһеп,
Йәшәгәнен бармы күргәнең?..
Ҡоро туҙҙыр йәнем,
Яндыр! Ҡабыҙ, йәле?!
Ялҡындарың алһын алҡымдан!
...Ҡыҫыр күмер баҙлай-
Өмөт итмә наҙға...
Һуңғы усаҡ һүнде һулҡылдап...
Илап...

***
Моңһоуланып ҡалған бөтә донъя,
Йөрәктәргә һағыш өҫтәлгән.
Ҡыр ҡаҙҙары осҡан йылы яҡҡа,
Көҙ ҙә килгән, бер кем һиҙмәгән.

Япраҡтарын буяп алтын төҫкә,
Баҙыратып ҡуҙҙай миләшен,
Ҡыҙып-ҡыҙып урман ялҡынлана,
Утлы донъям! Миңә серҙәш һин!

Янғын! Янғын! Ана, урман яна!
Һүндерергә ләкин ашыҡма!
Тәбиғәттең ошо ут-миҙгелен
Йоторҙаймын һалып ҡашыҡҡа!

Ҡуян күстәнәсе
Бесәнлектән атай ҡайтҡан саҡта,
Биргән уға ҡуян күстәнәс.
Бөрлөгәне, сейә, муйылдары,
Еләктәре, ай-һай, тәмлекәс.

Муйылдарын, тигән, бир ҡыҙыма,
Еләктәре булһын улыма.
Һе ҙгә ҡуян мәмәй бирҙе, тиеп,
Атай һалды услап ҡулыма.

Бала са ҡтың татлы емешенең
Иренемдә һаман тәме бар.
Ҡ уян күстәнәсен услап бирер
Яныбы ҙҙа әлдә атай бар.

Бала сағым
Ҡымыҙ еҫе һеңгән далаларҙа
Кешнәй-кешнәй саба ҡолонсаҡ.
Йәш үләндә аунап, көлә-көлә,
Ялантәпәй саба бала са ҡ.

Ал яулығын ҡыйыш ябып алып,
Уң ҡулына тотоп силәген,
Йөгәнәкләп йөрөп бала сағым,
Ана, йыя турғай еләген.

Ауы ҙына ҡабып һура-һура,
Һөтлөкәстең баллы сәскәһен,
Ялантәпәй саба бала сағым,
Көтөп тормай хатта әсәһен.

Ҡ ул- биттәрен сыйып, ах, тиктормаҫ,
Ҡ ыҙый сағым -ағас башында.
Ҡ олап төштө, ләкин иламаны,
Үрмәләне ҡая ташына.

Эй, һин, сабый, бала сағым минең,
Арыу белмә ҫ, талмаҫ, уңғанһың!
...Ауырлы ҡтар хәҙер килгән саҡта
Һинең кеүек сы ҙам булһамсы...
Эй, сабый, бала сағым...

***
Бала саҡты хәтерләгән һайын
Акациям, и ҫкә төшәһең.
Апай менән бергә ү ҫкән кеүек,
Сирен менән ҡушлап үҫәһең.

Акациям, һары ҡояш ҡыҙы,
Кем ултырт ҡан һине - белмәйем,
Ә шулай ҙа һин яҡынһың миңә,
Бала сағым һинһе ҙ күрмәйем.

Акациям, һары ҡояш ҡыҙы!
Бал тәмәйтә һары сәскәләр.
Май ҡояшы наҙлай сәстәремдән,
Уят ҡандай әсәй иркәләп.

Һин биҙәге, һары акациям,
Ғәмһе ҙ генә, моңһоҙ сағымдың.
Ғүмеремдең я ҙы -һары акация,
Бала сағым, һине һағындым...

***
Ниндәй хозур яҙым-гүзәл донъям!
Нурҙарына күҙҙәр ҡамаша.
Сыйырсыҡтар йырлай, тамсы уйнай,
Яҙғы концерт-яҙғы тамаша!

Күгәрсендәр гөлдөр-гөлдөр килә
Һарай башы-һалам ҡыйыҡта.
Ҡаңғылдаша ҡаҙҙар яҙ еткәнгә,
Яҙ йырҙарын йырлай тауыҡтар!

Я ҙым килде ергә, сабый яҙым,
Тауыш биреп бөтә донъяға!
Һабантурғай һайрай, эй, талпынып,
Зәңгәр күктән ергә моң аға!

Хистәремдән тамам и ҫергәнмен-
Яҙҙарымды көтөп елкенәм...
...Ап-аҡ ҡарға баҫа һаҡ-һаҡ ҡына
Йәп-йәш килен- тыуған ергенәм!

Автор: Лилия Алимгужина
Источник - kugarchi-rb.ru
Категория: Наши новости | Просмотров: 1369 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 1
avatar
1 Айгуль Арсланбекова • 20:44, 29.03.2012
Спасибо огромное)) очень приятно ))
tag to the of your page -->
avatar