Главная » 2023 » Октябрь » 9 » Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙың хәтер кисәһе
13:54
Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙың хәтер кисәһе
6 октябрь Теләүембәт ауыл мәҙәниәт йортонда хөрмәтле яҡташтарыбыҙ – тыуған яғыбыҙҙың билдәле шәхестәре, илһамлы ҡәләм оҫталары, Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙың иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе уҙғарылды.

Сара тыуған ауылы Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылындағы Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙың мәңгелек йорттарына сәскә һалыуҙан башланды.

Кисәгә ялҡынлы ижад юлын мәңгелек дуҫ-иптәш итеп һанаған, Күгәрсен еренең данлыҡлы шәхестәрен хөрмәт итеп хәтер кисәһенә килгән хөрмәтле һүҙ оҫталары йыйылды:

- Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Оло Эйек" Күгәрсен районы яҡташтар берлеге рәйесе, Рәми Ғарипов исемендәге 1 се һанлы мәктәм-гимназияһы директоры Илнур Рифат улы Салихов;
- "Оло Эйек" Күгәрсен районы яҡташтар берлеге рәйесе урынбаҫары, Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Сәлим улы Баянов;
- Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Зәбих улы Абдрахимов;
- "Педкнига" фирмаһы етәксеһе Тимербулат Солтан улы Хоҙайғолов;
- Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары,шағирә, драматург һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар , Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Салих ҡыҙы Дәүләтбирҙина;
- (Р.Йәнбәктең группалашы), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова ;
- драматург, балалар яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина;
- башҡорт тарихсыһы һәм әҙәбиәт белгесе, шағир һәм журналист, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мағариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мағариф хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистик премия лауреаты Фәнил Тимерйән улы Күзбәков;
- Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Золотое перо Руси" милли әҙәби премияһы лауреаты, "Золотой телёнок" премияһы лауреаты Леонид Алексеевич Соколов;
- яҙыусы - публицист, журналист, "Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм публицистик журналы баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар Создары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистик премия лауреаты Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбай;
- "Йәншишмә" балалар гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов;
-Венер Йәнбәковтың ҡатыны Зөлхиә Йәнбәкова, улы Марат Йәнбәков;
-Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбленең халыҡ бейеүҙәре балетмейстеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Риф Фатих улы Габитов.

Кисәлә шулай уҡ хөрмәтле әҙиптәрҙең яҡташтары, ауылдаштары, районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәт уытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм матбуғат, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларының хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кисәлә Күгәрсен район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Наил улы Йәнгиров хөрмәтле ҡунаҡтарҙы сәләмләп үтте, ә хөрмәтле яҡташтарыбыҙҙың ҡәләмдәш дуҫтары, хеҙмәттәштәре үҙҙәренең моңһоу ҙа, ҡыҙыҡлы ла яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.

Шулай уҡ, интернет селтәрендә билдәле лирик шағир, журналист Рәмил Йәнбәктең шиғриәтенә арналған "Мөхәббәттән беләм тыуғанмын мин" исемле видеоконкурс уҙғарылды һәм конкурстың шарты буйынса еңеүселәр ҙә билдәләнде.

Уларҙың береһе "Ағиҙел" журналының редакция ағзаларынан торған жюри ҡатнашыусыларҙың телмәр оҫталығына ҡарап билдәләнһә, икенсеһе, "Тамашасы һөйөүе" призына лайыҡ булыусыны, төркөм ҡатнашыусыларының тауыш биреү юлы менән һайланды.

Кисәлә ошо конкурстың еңеүселәре Руслан Абдуллин (Күгәрсен районы) һәм Мәүҙиға Баймөхәмәтова (Әбйәлил районы) сығыш яһанылар.


Ысынлап та, хөрмәтле яҡташтарыбыҙ Дауыт Ҡайып ауылының талантлы ир-уҙамандары фани донъяларҙан иртәрәк китһәләр ҙә , тормош юлында онтолмаҫлыҡ матур эҙҙәр ҡалдырҙылар.

Улар тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр, киләсәктә лә данлы яҡташтарыбыҙ даны онотолмаһын, уларға бағышланған матур саралар, конкурстар уҙғарылып торор тигән теләктә һаубуллашыу һүҙҙәре яңғыраны.

Хәтер кисәһенә күп өлөш индергән, яратҡан яҡташыбыҙ Баянов Рөстәм Сәлим улына бар ҡатнашыусылар исеменән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Кисәне юғары кимәлдә үтһен өсөн ойоштороп, башҡалабыҙҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы , әҙиптәрҙе бергә берләштереп үҙенең тос өлөшөн индерҙе.

Сараны халыҡ көйҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ришат Бәҙретдинов (баян) һәм Нәғим Нуриманов (ҡурай) һәм Рәмил Йәнбәк һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар биҙәне.

Кисә Тәүәкән төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларының осрашыуы менән тамамланды.


Альбина Айдарбекова, район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе.
Фото - "МОРАҘЫМ" гәзите
Категория: Наши новости | Просмотров: 167 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar