Главная » 2014 » Май » 28 » Ысын таланттар - халыҡ араһында
09:56
Ысын таланттар - халыҡ араһында
Районда киң ҡолас алған “Театр яҙы – 2014” конкурсынан йыр-моңға дәртле Үрге Мөрсәләй үҙешмәкәр театр коллективы ла ситтә ҡалманы – уҙған шәмбе Санъяп ауылы халҡы алдында сығыш яһаны. Улар сәхнәгә улар Г.Әхмәтҡужинаның “Байлыҡ бер айлыҡ” комедияһын алып сыҡты.

Ябай ғына булһа ла, тормошта йыш осрап торған сюжетҡа ҡоролған сәхнә әҫәрен һайлап яңылышмағандар мөрсәләйҙәр, тамашасылар уларҙы яратып ҡабул итте. Ваҡиғалар, ысынлап та, үтә лә тормошсан: бала саҡта ҡолаҡтары тешләтелгән Ҡуҙыйкүрпәс (Флүр Хәмзин) менән Маянһылыу (Земфира Вәхитова) бер-береһен үлеп ярата һәм сәстәрен-сәскә бәйләргә йыйына. Тик байлыҡтан күҙҙәре тонған Күсмәҫ (Ғәли Әбсәләмов) улына ярлы дуҫы Күсәрҙең (Азамат Ҡотлогилдин) ҡыҙын ҡулай түгел тип иҫәпләй.

Байлыҡ кешегә һынамаҡҡа ебәрелә, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Күсмәҫ был һынауҙы лайыҡлы күтәрә алмай, үҙе өсөн үлә яҙып торған ҡатыны Айһылыуҙы (Фәриҙә Гәрәева) ташлап, елбәҙәк Йәриә-Янькаға (Ирина Байсарина) сығып китә, аҙаҡ иһә йәш һөйәркәһе үҙен һемәйтеп, мал-монаятһыҙ ҡалдырғас, ғаиләһенә ҡайтып баш эйергә мәжбүр була. Донъя ҡуласа – башта Күсмәҫ бай булһа, аҙаҡ ул һанға һуҡмаған элекке дуҫы Күсәр менән уның ҡатыны Гөлбикә (Зилә Спаскова) көтөлмәгән ерҙән мираҫҡа эйә булып байып китә.


Ҡуҙыйкүрпәстең дуҫтары – Алдар (Фәнис Джангучуков) менән Ярлыбай (Мөхәмәт Шәрипов), Йәриә-Яньканың әхирәте – Хәснә-Хаська (Фәриҙә Шәрипова), нотариус Таңһылыу Сөләймәнова (Тәнзилә Ҡотлогилдина), Фатима инәй (Рәхимә Сәмиғуллина) ролдәре спектаклдә барған ваҡиғаларҙы тағы ла нығыраҡ тулыландырҙы, сағыуыраҡ итте.

Бер сәғәт дауамында тамашасы тын да алмай тиерлек сәхнәләге тормошто күҙәтте, геройҙар менән бергә шатланды, көлдө, янды-көйҙө… Залда ултырыусы хислерәк инәйҙәрҙең “Оятһыҙ! Кеше ирен аҙҙырып ни”, “Ғаиләһен ташлап, тапҡан кемгә китергә, уға һинең аҡсаң ғына кәрәк”, “Бирешмә, ҡыҙым, барыбер аҙаҡ һиңә ҡабат ҡайта ул”, “Ә-ә-ә, ҡайттыңмы башыңды эйеп”, “Һай, афарин, улым, атайыңдың һүҙенә ҡарап торма, яратҡаныңды ал” тип репликалар яһап ултырыуы һәүәҫкәрҙәрҙең үҙ ролдәрен оҫта башҡарып, тамашасыларҙы ышандыра алыуына дәлил булды. Тамашаның музыкаль биҙәлеше хаҡында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел – был йәһәттән Һағынбай Джангучуков менән Мөхәмәт Шәрипов бар маһирлығын күрһәтте. Спектаклдең “Килен төшә беҙҙең ауылға” исемле матур йыр менән тамамланыуы үтә лә тулҡынландырғыс килеп сыҡты.

Сирбайҙарҙың спектакль менән генә танһыҡтары ҡанмауын һиҙеп, ҡунаҡтар йырлы-моңло күстәнәс тә алып килгәйне: Һағынбай һәм Фәнис Джангучуковтарҙың, Фәриҙә һәм Мөхәммәт Шәриповтарҙың, Фәриҙә Гәрәеваның, Ғәли Әбсәләмовтың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.

Элек-электән билдәле: ысын таланттар – халыҡ араһында. Төрлө һөнәр эйәләре булыуға ҡарамаҫтан, сәнғәткә бар күңелен һалған мөрсәләйҙәр (әйткәндәй, улар араһында сирбайҙар ҙа бар ине) был хәҡиҡәтте йәнә бер раҫланы. Уларҙың сығышын професссиональ күҙлектән сығып баһалаған “Наҙыйылға” район халыҡ театры режиссеры Рәмил Ҡотлоғужин менән Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто директоры Рәил Хөсәйенов та быны һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор фотоһы.
Источник - moradimgazeta.wordpress.com
Категория: Пресса о нас | Просмотров: 1314 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar