07:36 "Бәндәбикә” рухын иҫкә алып..." | |
Республикабыҙҙың төрлө төбәгендә башҡорт милләтенең тарихи-мәҙәни, тәбиғи ҡомартҡылары бар. Май айында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте автоуҙыш һәм велоуҙыш ойошторорға ниәтләп — Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында туҡталыш яһап, ҡала һәм райондар буйлап йөрөү буйынса ҡарар ҡабул итте. Был сарала республикабыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. Күгәрсен ерендәге Автоуҙыш маҡсатының береһе — билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙы Бәндәбикәне хөрмәтләп иҫкә алыу ине. 18 май көнө районыбыҙҙың башҡарма комитеты башҡорттары Ҡоролтайы, район ҡатын-ҡыҙҙар Советы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары, шулай уҡ район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре дәртле ҡурай, баян моңдары, ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән Күгәрсен-Иҫәнғол сигендә автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алдылар. Тәү сиратта ҡунаҡтар изге әүлиә кәшәнәһенә килеп, уның рухын хөрмәтләп иҫкә алдылар, “Бәндәбикә шишмәһендә” уларҙы Мәҡсүт ауылының ағинәй ағзалары ҡайнар сәй менән һыйланы. Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында китаптар күргәҙмәһе ойошторолғайны, “Бәндәбикә” китабы авторы Тәлғәт Ишемғолов изге әүлиә тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Сәхнәлә сара “Бәндәбикә” театрализацияһы менән башланып китте. Был осрашыуҙа Ерекле ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡумыҙсылар ансамбле, Туйөмбәт ауыл мәҙәниәт клубының ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле башҡарған Зәйнәб Биишеваға арналған таҡмаҡтары, Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың дәртле бейеүе, Елена Киршина һәм Нәғим Нуриманов башҡарыуында З.Биишева һүҙҙәренә ижад ителгән “Алтын балдаҡ йыры”, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рим Әбүбакировтың моңло йыры, Мәҡсүт ауыл күптармаҡлы мәҙәниәт йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленең “Тыуған яҡ” йыры ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Йырлы-моңло осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар автоуҙыштың пленар өлөшөнә күсте. Ҡунаҡтарҙы Күгәрсен район Хакимиәте башлығы Ғайса Ғилмитдин улы Янбаев тәбрикләне. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Туйөмбәт ауылындағы Зәйнәб Биишева исемендәге Йорт-музейына инеп, әҙибәнең һәйкәленә сәскә һалдылар, сара Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған төйәгендә тамамаланды. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Күгәрсен еренән матур тәҫьораттар алып уңышлы сәйәхәттәрен Мәләүез ҡалаһына дауам иттеләр. Альбина Григорьева район мәҙәниәт йортоноң сценарийҙар ҡуйыу бүлеге мөдире. | |
|
Всего комментариев: 0 | |