Главная » 2016 » Октябрь » 23 » Үҙ эшенең оҫтаһы
07:20
Үҙ эшенең оҫтаһы
Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ, өлкәндәр мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө; уңыштарығыҙҙы барлап, бай тәжрибәгеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ менән бәхетлеһегеҙ.

Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: был байрам изге йолаға әүерелеп, өлкәндәргә изгелек нурҙарын сәсә.

Миңә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәнгә күрә Минзәлә Рауил ҡыҙы менән көн дә тиерлек аралашырға тура килә, йәше барыуына ҡарамай, йылмайып- көлөп, йәш елкенсәк ҡыҙҙар кеүек көн дә эшенә ашығыусы апайға ҡарайым да һоҡланам, ҡарайым да һоҡланам.

Районыбыҙҙың бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән, әле лә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе, район мәҙәниәт йортоноң “Ынйылар” халыҡ фольклор һәм “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамблдәре етәксеһе Минзәлә Хөснөтдинова - үҙе бер оло шәхес.

Минзәлә апай йәмле Бөрйән районының Ҡотан ауылында ябай, татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Ошо төбәктең хозур тәбиғәтен тойоп, дәртле халҡының йыр-моңон тыңлап, күңеленә һеңдерә. Шуға ла бәлки уның күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа, гүзәллеккә ынтылалыр.

Уның дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмере район мәҙәниәте менән бәйле. Тәүге йылдарҙа райондар буйлап сығыш яһаһа, бара торғас республика күләмендә уҙғарылған бәйгеләрҙә сығыш яһай башлай. Жюри ағзаларының юғары баһаһын алып, дипломдар, маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Хеҙмәт юлында ул агитбригада етәксеһе, ойоштороусы-методист, художество етәксеһе, балетмейстер вазифаларын башҡара. Бейеү сәнғәтендәге намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн Минзәлә Рауил ҡыҙы 1996 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Уның иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе “Гөрләүек” балалар бейеү ансамблен ойоштороп, район һәм республика кимәлендә әллә күпме еңеүҙәр яулап, “өлгөлө” исемен яулауы һәммәбеҙгә билдәле. 1989 йылда барлыҡҡа килгән был ансамблде хәҙер «Гөрләүек”тә ҡанат нығытҡан, Минзәлә Рауил ҡыҙы үҙе бейеү серҙәренә өйрәткән егет-ҡыҙҙар етәкләй.

Район мәҙәниәт йортонда бөгөн эшләп килгән “Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбле лә районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы тип әйтһәк хата булмаҫ. Был ансамблгә эш, йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, репетицияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға ла, районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙа сығыш яһарға ваҡыт тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Был ансамбль республика күләмендә уҙғарылғын “Тере шишмәләр”, “Ашҡаҙар таңдары” фольклор байрамында еңеүсе исеменә лайыҡ булдылар.

Минзәлә апай ғаиләһендә лә өлгөр, уңған хужабикә, ике балаһына әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә оләсәй, ҡәртәсәй. Ҡыҙы Айгөл һәм улы Илфат үҙҙәре инде башлы –күҙле булып, тормошта үҙ юлын таптылар. Ейәнсәрҙәре Анжелика, Эмелина, ейәндәре Камил һәм Ризуан тормоштағы минең иң ҙур һөйөнөсөм ти ул, бәхетле йылмайып.

Ғүмер миҙгелдәре алға йүгерә. Ошо көндәрҙә Минзәлә Рауил ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Беҙ уға артабан да күңел йылың һүрелмәһен, уның нуры яҡындарыңа етһен тип, киләсәктә лә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәш күңелле, мөләйем йөҙлө, гүзәл ханым булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен.

Һикәлтәле тормош юлы үткән, донъянан аҡыл-зиһен туплаған, алмаштырһығыҙға әйләнгән яҡын кешеләребеҙгә беҙ яҡшы мөнәсәбәттә булырға хаҡлыбыҙ.

Альбина ГРИГОРЬЕВА,
район мәҙәниәт йортоноң методика бүлеге мөдире.
Категория: Наши юбиляры | Просмотров: 1656 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar