Главная » 2025 » Декабрь » 8 » "Исеме уның халыҡ телендә..."
09:07
"Исеме уның халыҡ телендә..."
5 декабрь тыуған яғыбыҙҙың билдәле шәхесе, Күгәрсен районы, Бикбулат ауылының ир-уҙаманы, башҡорт прозаһының сағыу вәкиле, фронтовик яҙыусы – журналист Янбаев Шәкир Мәхиән улының 100 йыллығына арналған Хәтер кисәһе уҙғарылды.

Сара Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң фойеһында ойошторолған Шәкир Мәхийән улы Янбаевҡа арналған китап күргәҙмәһе менән танышыуҙан башланды. Кисәгә ялҡынлы ижад юлын мәңгелек дуҫ-иптәш итеп һанаған, Күгәрсен еренең данлыҡлы шәхестәрен хөрмәт итеп хәтер кисәһенә килгән хөрмәтле һүҙ оҫталары ҡатнашты:

- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты Ринат Әлтәф улы Камалов;

- яҙыусы - публицист, журналист, "Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм публицистик журналы баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар Создары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистик премияһы лауреаты, Салауат Юлаев Ордены кавалеры Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев;

- Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә,  драматург  һәм  журналист,  Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар , Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы  лауреаты һәм Республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина;

- яҙыусы, шағирә, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мағарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Көйөргәҙе районы хакимитәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы лауреаты Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина;

- Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге Күгәрсен районы хакимиәтенең әҙәби премия лауреаты, шағирә, журналист Айгөл рәжәп ҡыҙы Айытҡолова.

Кисәлә хөрмәтле әҙиптең яҡташтары, ауылдаштары, районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәт уытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кисә барышында Күгәрсен район хакимиәтенең йәштәр буйынса белегесе Лысенко Алина Әхәт ҡыҙы хөрмәтле ҡунаҡтарҙы сәләмләп үтте һәм арҙаҡлы яҡташыбыҙ, күренекле башҡорт яҙыусыһы Шәкир Янбаевтың 100 йыл тулыу айҡанлы уның ижады һәм тормош юлына арналған хәтер кисәһен үткәреүҙә ярҙам иткәндәре, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә, пропогандалауҙа ҙур өлөш индергәндәре өсөн Күгәрсен район хакимиәте башлығының Искужин Марат Сәлим улының РӘХМӘТ ХАТЫн яҙыусыларға тапшырып үтте.

Әҙиптең ҡәләмдәш дуҫтары, ауылдаштары һәм туғандары уның менән бәйле булған үҙҙәренең моңһоу ҙа, ҡыҙыҡлы ла яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.

Ысынлап та, хөрмәтле яҡташыбыҙ Бикбулат ауылының шәхесе тормош юлында онтолмаҫлыҡ матур эҙҙәр ҡалдырған.

Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр, киләсәктә лә данлы яҡташыбыҙ даны онотолмаһын, уға бағышланған матур саралар, конкурстар уҙғарылып торор тигән теләктә һаубуллашыу һүҙҙәре яңғыраны.

Сараны халыҡ көйҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ришат Бәҙретдинов (баян) һәм Нәғим Нуриманов (ҡурай), моңло йырҙары менән талантлы йырсыларыбыҙ, халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаттары Зөлфиә Илмөхәмәтова, Ләйсән Мәүлетҡолова биҙәне.


Альбина Айдарбәкова, район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе
Категория: Наши новости | Просмотров: 10 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar