Главная » 2019 » Сентябрь » 18 » “Йырҙарым менән йылы йәйҙәр өләшкем килә”
09:24
“Йырҙарым менән йылы йәйҙәр өләшкем килә”
Саҡрымдарҙы яҡынайта Мәҙинәнең ихлас моңо

- “Юлдаш”ты тоҡандырайыҡ әле, балам, - тип әсәйем иртә таңдан радиоға тотона.
Ә минең иһә, йылына бер тыуып үҫкән йортома ҡунаҡҡа ҡайтҡан кеше булараҡ, бала саҡтағы кеүек тыныслап ҡына сәй эскем килә.
- Йырлаһын инде, тауышы бигерәк моңло бит... – тип ныҡыша әсәй.
- Бәй, таныш моңдар, был бит беҙҙең Күгәрсен ҡыҙы Мәҙинә Рәхмәтуллина! Ярай, тыңлайыҡ, - тип йәһәтерәк килешәм мин дә.

Моң ағыла... Бына бит ул ихлас йөрәктән урғылған моңдоң көсө! Күпме саҡрымдарҙы яҡынайта, берләштерә! Тәтешлемә әле генә осоп-талпынып ҡайтҡанымды ла онотоп, күңелем кире изге Күгәрсен еренә, тауҙар иленә ашҡына...

Йыр тамамланғас, ғәзиз кешем һорау яуҙыра башлай. Күгәрсендең ниндәй ауылынан? Балалары бармы? Шул тиклем дә ихлас, оҫта башҡара, махсус белеме барҙыр?
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Күгәрсенгә килен булып төшкәндән бирле үҙен яҡшы беләм, сөнки районда бер мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй, төпкөлөрәк ауылдарҙа уны зарығып көтөп алыуҙары ла билдәле, әммә бөгөн килеп ябай ғына һорауҙарға яуап бирә алмайса баҙап ҡалдым. Үәт, оят!

- Баҫалҡы, тыйнаҡ, саф башҡорт ҡатыны үҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Шул булды бөтә яуабым. Һәм шул мәлдә: “Кисекмәҫтән Мәҙинә апай менән аулаҡта һөйләшеп алыр кәрәк”, - тигән уй килде күңелгә.

Борма юлдар аша – сәхнә түренә
Ниһайәт, күрешеп һөйләшергә сәбәбе лә сыҡты. Алтын көҙҙәрҙә йырсы-һандуғасыбыҙ күркәм юбилейын туйланы. Баҡтиһәң, тыуған көнө тик рәсми рәүештә сентябрҙә билдәләнә икән.
- Июль айында тыуғанғалыр ҙа, ҡояшлы йәйҙәр күңелемә яҡыныраҡ. Йырҙарым менән дә кешеләргә йәй йылыһын өләшкем килә. Тағы ла аҡ буранлы, һыуыҡ ҡыштарҙы яратам, уларҙа паклыҡ-сафлыҡ төҫө, - ти Мәҙинә Миңлебулат ҡыҙы.

1969 йылда Санъяп ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Ғәҙәттә ата-әсәләр өсөн кинйәләр иң һөйөклөһө, күпселек улар иң кесеһен һөйөү-наҙға күмеүсән. Әммә атаһы фажиғәле рәүештә һәләк булғанда Мәҙинәгә йәш ярым ғына була. Атайһыҙ бала – арҡаһыҙ бала, ҡәҙерле “атай” һүҙен телгә алғылары килеп күңелдәре ҡанһыраһынмы, арҡаһыҙға көсө еткән ҡайһы бер ғәмһеҙерәк өлкәндәрҙең йәберләүенә ынйып һыҡтаһынмы... Кескәй Мәҙинәнең дә атайлы тиҫтерҙәренә ҡыҙығып ҡарап, ҡош телендәй генә йөрәген йәтимлек тойғоһо өйкәгән саҡтары йыш булғандыр. Сабыйға ағай-апайҙарына эйәреп бик иртә эшкә өйрәнергә, дүрт балаһын кеше араһында кәм-хур итмәйем тип яңғыҙ әсәһенең ҡырҡҡа өҙгәләнгәнен күреп тә һағыш утын йәшерен йоторға тура килә. Көслө рухлы, моңло тауышлы әсәһе - Банат Әхмәтхан ҡыҙы өлгөһөндә бала саҡтан балауыҙ һығып ултырырға түгел, һағыштарын йыр-моңға һалып таратырға күнегә. Санъяп 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыған дәүерендә үк бер мәктәп сараһынан, ауыл концертынан ситтә ҡалмай. Сәнғәт өлкәһен һайлағыһы килһә лә, әсәһенең теләгенә ҡаршы килергә баҙнат итмәйенсә, документтарын Сибай медицина училищеһына тапшыра. Имтихандарын уңышлы тапшыра, ләкин, йән тартмаған һөнәргә уҡыуҙан ни фәтеүә, тип унан баш тарта. Салауат училищеһында крансы һөнәрен үҙләштергәс, бер йыл үҙен шул өлкәлә һынап ҡарай. Тик бер сәхнә ене ҡағылған кеше унан арына аламы һуң инде? 1989 йылда, ниһайәт, ул ҡыйыулығын йыйып район мәҙәниәт һарайына эш һорап килә. Ул саҡта директор булып эшләгән Наилә Ҡолшәрипова белеме булмаһа ла йыр сәнғәтендә иркен йөҙгән һәм көр, моңло тауышлы һылыуҙы ҡуш ҡуллап эшкә ала. Тырыш, һәләтле, ихтыяр көслө талант эйәһе тиҙ арала район тамашасының йөрәген, ихтирамын яулай. Өфө сәхнәһенә үрләгәнсе, ул заманда 5-6 кешенән генә торған коллектив менән төрлө ауылдарҙа бушлай концерттар ҡуйырға, һауынсылар, игенселәрҙе эшкә дәртләндереү өсөн фермаларҙа, колхоз-совхоз баҫыуҙарында сығыш яһарға тура килә. Тынғыһыҙ һәм һәләтле эшсәнде уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй – 1995 йылда Өфө ҡалаһында үткән “Яҙғы моңдар” республика конкурсында “Ғәйепләмә” йыры менән еңеүсе исеменә лайыҡ була. Ә 1997 йылда лайыҡлы рәүештә “БР –ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелә.

Бына хәҙер 30 йыл инде Мәҙинә Рәхмәтуллина үҙәк өҙгөс йырҙары менән халыҡҡа моң өләшә, өҫтәүенә район художество етәксеһе вазифаһын башҡара, ауылдарҙа яңы таланттар асыуға тос өлөш индерә.

Аулаҡта серләшкәндә асыла кеше асылы
- 30 йыл буйы мәҙәниәт тормошонда ҡайнау ялҡытмаймы?
- Бөтәбеҙ ҙә тере йән эйәһе бит, ялҡытып киткән саҡтар ҙа булғылай. Әммә “Мин тейешмен” тигән тормош принцибы йәнә дәртләнеп эшләргә көс бирә, беҙ шул совет тәрбиәһе алған быуын бит.
- Тамашасы алдына сығыу һеҙҙең өсөн ғәҙәти эш кеүектер...
- Яуаплы эш. Һәр ваҡыт сәхнәгә сыҡҡансы ныҡ тулҡынланам, һәр сығышым йөрәк аша үтә.
- Күптәр өсөн һеҙ кумир. Ә үҙегеҙҙең кумирығыҙ бармы?
- Береһен айырып атап, икенселәрҙе түбәнһеткем килмәй. Ә ысынында – һәр сәхнә йондоҙоноң үҙенсәлеге бар, шуға күрә һәр талант эйәһенә ҙур хөрмәт менән ҡарайым.
- Сәхнә күгендә йондоҙло сәғәттәрегеҙ күп тапҡыр һуҡты. Ә шәхси тормошта хәлдәр нисегерәк?
- Ғаилә тәжрибәм уңышлыларҙан булмаһа ла, мин – бәхетле әсә, сөнки ғорурланырҙай улым бар.

Илдус 5 йыл район мәҙәниәт һарайының “Гөрләүек” ансамблендә бейене, күп тапҡыр лауреат исемен алды. Әле Өфө художество-сәнәғәт колледжының 1-се курс студенты, артабан да уңыштары менән һөйөндөрөп торор тип өмөтләнәм. Улым, сәхнә һәм тамашасы һөйөүе – бар күңел йыуанысым бөгөн.

- Баҫалҡылыҡ, аҙ һүҙле булыуығыҙ менән күптәрҙән айырылып тораһығыҙ. Был заманда тормошта һеҙгә ауырғараҡ тура килмәйме?
- Ғауғалы, артыҡ әрһеҙ кешеләрҙе өнәмәйем шул, ҡатын-ҡыҙ баҫалҡы, ипле, тыныс булырға тейеш тип уйлайым. Дөрөҫ, тыйнағыраҡ булһаң, баҫыусылары, бушҡа ынйытыусылары күбәйергә мөмкин. Нахаҡ һүҙҙәр әйтһәләр, мин дә өндәшмәй ҡала алмайым, үҙемде үҙем яҡлай алам. Әммә күпселек ваҡытта ваҡланып, аҡланып тормайым, тип тыйылып ҡалам, Хоҙайға һыйынам.

Һуңғы һүҙ урынына
Эйе, ҙур арбау көсөнә эйә үҙенсәлекле моң алиһәһе генә түгел, бигерәк көслө рухлы, ғәжәйеп матур тәбиғәтле ысын кеше, аҫыл зат ул беҙҙең Мәҙинә Рәхмәтуллина! Артабан да Хоҙай биргән һәләттән ләззәт алып, рухи ял, йылы йәйҙәр бүләк иткән матур йырҙарығыҙ менән йөрәктәргә йылы наҙ өләшеп, йәшнәп-күкрәп йәшәгеҙ әле һеҙ!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Источник - moradim.rbsmi.ru
Категория: Пресса о нас | Просмотров: 818 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar