Главная » 2025 » Февраль » 10 » Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып уҙҙы
14:53
Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып уҙҙы
7 февраль Тәүәкән ауылында Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып уҙҙы. Унда 2024 йылдың 13-14 декабрендә Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезды ҡарарҙары менән таныштырылды, эшләнелгән эштәргә байҡау яһалды һәм киләсәккә пландар ҡоролдо. Был мөһим сара хөрмәтле яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған көнөндә үтеүе ултырышҡа мәртәбә өҫтәне. Унда Күгәрсен районы Хакимиәт башлығы Марат Исҡужин, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Рәил Әбдрәхимов, Фәнит Моратбаҡыев, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Салауат Юлаев Ордены кавалеры, хөрмәтле яҡташыбыҙ Сәлиә Мырҙабаева, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире, Ҡыпсаҡ ырыу йәмәғәт ойошмаһы башлығы Әхәт Сәлихов ҡатнашты.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үткән сара «Урал» спорт-һауыҡтырыу комплексында «Ҡыпсаҡ батыры» милли көрәш, уҡтан атыу, бәйге, йөҙөү, шахмат буйынса ярыштарға старт биреүҙән башланды. Улар Мортаза Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Моделле китапхана бинаһында урынлашҡан М.Рәхимовҡа бағышланған музейға инеп, уның иҫтәлегенә сәскәләр һалынды.

Мәҙәниәт усағында «Айыҡ ауыл» конкурсында төрлө йылдарҙа еңеүсе ауылдар тарафынан матур күргәҙмәләр ойошторолдо. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсында ҡатнашыусы Әбдрәхимовтар, Шайморатовсылар классы, балалар ҡоролтайы, «Кесе Эйек» йәш яҡташтар ойошмалары үҙҙәре менән таныштырҙы. Пленар өлөштә ҡунаҡтар сығыш яһап, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡоролтай ағзаларын тәбрикләне, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сара үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының матур сығыштары менән тамамланды.

Ил ағаһы Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә бағышланған сараларҙы ойошторған, унда ҡатнашҡан милләттәштәребеҙгә, яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, илебеҙгә тыныслыҡ теләйбеҙ! Бергә булайыҡ -берҙәм булайыҡ!

Рөстәм Сәйетбатталов, Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры
Фото - Айгиза Алимгулова


Категория: Наши новости | Просмотров: 267 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar