Главная » 2013 » Сентябрь » 24 » Халҡыбыҙ бар икән – ҡурай ҙа йәшәйәсәк
20:10
Халҡыбыҙ бар икән – ҡурай ҙа йәшәйәсәк
Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы!

13-14 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында республика Ҡурай байрамы үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу һәүәҫкәр ҡурайсыны һәм талантлы музыкантты йыйған байрамда беҙҙең Күгәрсен районының Линар Сәйфетдинов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле ҡатнашып дипломант булып ҡайтты. Бөгөн редакциябыҙҙа ҡунаҡта ансамбль етәксеһе Линар үҙе һәм һәүәҫкәр ҡурайсы Рәсих Садиҡов.

- Егеттәр, ниндәй тәъҫораттар менән ҡайттығыҙ бәйгенән?

Линар:

- "Бәйге” тип аталған был байрамда республиканың төрлө райондарынан 18 ансамбль, 52 солист һәм 5 балалар ансамбле ҡатнашты. Беренсе тапҡыр конкурс 2001 йылда ойошторола һәм ни бары 130 ҡатнашыусы ғына була. Йылдан-йыл был сараның мәртәбәһе лә, әһәмиәте лә арталыр, сөнки быйыл 300-гә яҡын ҡурайсы абруйлы жюри алдында сығыш яһаны. Сығыштар ысын мәғәнәһендә профессиональ кимәлдә баһаланды. Жюри ағзалары – Баш­ҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, донъя кимәлендә танылған виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың ха­лыҡ артисы, Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостан халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Салауат Кирәев, башҡорт композиторы һәм музыканты Нур Дауытов, республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәновалар конкурста ҡатнашыусылар мотлаҡ үҙҙәре башҡарған кѳйҙѳң тарихын да белергә тейеш тигән талап ҡуйҙы. Конкурста берҙән-бер ҡатын–ҡыҙ – Земфира Рәшитова ла ҡатнашты. Борон-борондан ҡурайҙа тик ир-егеттәр генә уйнай тигән ҡараш килә бит инде, ә был һылыу быны бөтөнләй инҡар итеп, республика кимәлендәге конкурсҡа сығыуы ғына түгел, сәнғәт институтының ҡурай бүлегендә белем алыуы менән һоҡландырҙы.

Рәсих Садиҡов:

- Минең Күгәрсен районына килеп эшләй башлауыма әле бик күп ваҡыт та үтмәне. Үҙем күрше Ейәнсура районынанмын. Линар менән күптән таныш инек, этно йүнәлеш буйынса төркөм ойоштороп, думбырасы кәрәк тигәс, ҡуш ҡуллап ризалаштым. Ҡурай төп һөнәри йүнәлешем булмаһа ла, был милли музыка ҡоралы менән бала саҡтан танышмын. Өфө сәнғәт училищеһында думбыра бүлегендә уҡыным. Конкурсҡа килгәндә инде, күркәм ҡурай байрамдарының үткәрелеүе ‒– бик тә яҡшы күренеш. Бындай саралар милләтебеҙҙең рухын байыта, телебеҙҙе, быуындан-быуынға күсә килгән изге йолаларыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итә.

Гран-приға Благовещендан Айнур Назаров лайыҡ булды. Уға йөҙ мең һум күләмендә премия бирелде. "Бәйге” ҡурай байрамының төп маҡсаты ла республикабыҙҙа ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килгән быуында башҡорт инструменталь фольклорына ҡарата һөйөү уятыуға ҡайтып ҡала.

- Ҡурайҙың киләсәге бармы?

Линар:

- Әлбиттә! Булмауы мөмкин дә түгел! Борон-борондан атай-олатайҙарыбыҙ яратып уйнаған, төрлө риүәйәттәрҙә сағылыш тапҡан, әкиәттәр, шиғырҙар, йырҙар бағышланған боронғо уйын ҡоралы – халҡыбыҙҙың юлдашы ла, яуҙашы ла булған, шатланғанда ла, ҡайғыр­ғанда ла башҡорт ҡурай моңонан айырылмаған. Кон­курс­та балаларҙың күп ҡатнашыуы, матур сығыш яһауы күңелдә яҡты тойғолар уятты. Бәләкәс кенә булһалар ҙа, ҡурай серҙәренә ныҡлап төшөнә лә башлағандар. Тимәк, башҡорт ҡурайының киләсәге бар.

Тағы ла шул мөһим – һәр быуын ҡурайсыларының үҙ тамашасыһы була. Мәҫәлән, йәштәр эстрада аранжировкаһы аша халыҡ көйҙәрен аңларға өйрәнә. Ә артабан улар барыбер классикаға яҡыная. Ә өлкән быуынға халыҡ көйҙәре, ҡурай моңо танһыҡ. Шуға күрә классик музыканың бәҫе бер ваҡытта ла төшмәй. Ҡурайҙы бөгөн һәр быуын тамашасыһы яратып тыңлай. Шул иҫәптән унда уйнаусыларҙың да һаны арта.

- Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда беҙҙең ҡурайсылар кимәлен нисегерәк баһалайһығыҙ?

- Сағыштырып шуны әйтергә була: башҡарыу кимәлдәре бер үк булһа ла, ҡайһы бер райондарҙа мәҫәлән, Ғафуриҙә ҡурайға ҙур иғтибар бирелә. Ҡурай буйынса ете белгес эшләй. Ә беҙҙә, Йомағужа һәм Мораҡ балалар сәнғәт мәктәптәре һәм район мәҙәниәт һарайының ҡурайсылар ансамбле генә профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. Тағы ла, конкурс ойоштороусыларына дәғүә һүҙҙәре лә бар. Махсус музыка белеме булғандарҙы һәм һәүәҫкәрҙәрҙе айырым-айырым баһаларға кәрәк. Беҙҙең ансамблдә, мәҫәлән, төрлө һөнәр эйәләре тупланған. Улар менән эшләүе лә, уларҙы һәр репетицияға йыйыуы ла ауырыраҡ. Сөнки, һәр кемдең төп эше, донъяһы бар. Ә ҡурай күптәр өсөн тик хобби ғына. Был ансамбль менән республика кимәленә беренсе тапҡыр сыҡтыҡ (һуңғыһы булмаһын ине). Бәйгенән артабан ниндәйерәк йүнәлештә эшләргә икәнлеген күҙҙаллап, тойомлап, төрлө конкурстарҙа йышыраҡ ҡатнашырға кәрәк тигән фекергә килеп ҡайттыҡ.

Беҙҙең районда ла Вилдан Йомағужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелеп килә. Ике йылға бер тапҡыр ойошторолған конкурс яңы таланттар аса. Шулай ҙа был милли музыка ҡоралына иғтибар ҙурыраҡ булырға тейеш тигән ҡараштамын һәм артабан ошо юҫыҡта нығыраҡ эшләргә тигән уй-ниәттәр ҙә бар.

- Рәхмәт, егеттәр, әңгәмә өсөн! Ҡурай кеүек милли музыка ҡоралдарын йәштәр араһында пропагандалауығыҙ хуплауға лайыҡ. Ижади уңыштар һеҙгә!

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА

Источник - moradimgazeta.wordpress.com
Категория: Пресса о нас | Просмотров: 2237 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar