Главная » 2025 » Декабрь » 10 » "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"
09:19
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"
9 декабрь, Район мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына - 30 йыл тулыу уңайынан һәм "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" район конкурсының этабы булып үтте.

Сара башҡорттар Ҡоролтайының гимны - "Урал" башҡорт халыҡ көйө менән башланды. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың берҙәм булыуы бигерәк мөһим. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлау- һәммәбеҙҙең изге бурысы.

Күгәрсен районы башҡортары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Миниғәле улы Саитбатталов үҙенең сығышында башҡорт рухын, мәҙәниәтен, телен һаҡлау маҡсатында әүҙем эш алып барылыуы тураһында билдәләп үтте.

11 декабрьҙә лә башҡалабыҙ Өфөлә, өс тиҫтә йыллыҡ тарихҡа баһа бирелеп, ҙур осрашыу уҙғарыласаҡ. Киләсәккә яңы проекттар ҡороп, ҡоролтайҙың эшен тағы ла әүҙемләштереү буйынса фекер алышасаҡтар.

Ғаилә барыбыҙға ла кәрәкле йылы усаҡ. Милләтебеҙҙең рухиәтен, мәҙәниәтен, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙә ҙур өлөш индереп, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында районыбыҙҙа "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы иғлан ителде.

Конкурста Ялсы ауыл биләмәһенән - Ринат Ғәйзулла улы һәм Гөлнәзирә Зиннур ҡыҙы Хоҙайғоловтар ғаиләһе, Урал ауыл биләмәһенән Ришат Ширғази улы һәм Әлфиә Турсон ҡыҙы Фаттаховтар ғаиләһе ҡатнашты.

Конкурста ҡатнашҡан ғаиләләрҙе жюри рәйесе: Күгәрсен районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Минлеғәле улы Сәйетбатталов, жюри ағзалары - Күгәрсен район хакимитәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Рәфҡәт ҡыҙы Ниғәмәтуллина һәм Күгәрсен район мағариф бүлегенең башҡорт теле буйынса белгесе Фәймә Әхәт ҡыҙы Ситдикова баһаланылар.

Конкурстың заданиелары "Визит карточкаһы", "Ижади конкурс" һәм "Беҙҙең ғаиләнең милли аш-һыуы" шарттарынан тора ине.

Сараны моңло йырҙары, дәртле моңдары менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Бәҙретдинов, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Ләйсән Мәүлетҡолова, республика һәм төбәк-ара конкурс ара лауреаты Зөлфиә Илмөхәмәтова һәм Шәирә Әлимғужина биҙәне.

Конкурс та еңеүселәр ҙә билдәләнде. Күгәрсен муниципаль район Хакимиәте, район мәҙәниәт бүлеге һәм Күгәрсен район башҡорттарының Ҡоролтай башҡарма комитетының Дипломы менән "Ижади ғаилә" номинацияһында Фаттаховтар ғаиләһе, ә "Һәләтле ғаилә" номинацияһында Хоҙайғоловтар ғаиләһе бүләкләнде.

Ғаилә ҡото һеҙҙе һис ҡасан да ташламаһын, ғаиләләрегеҙ татыу һәм ныҡлы булһын!!!!
Киләсәктә илебеҙгә именлек, сәләмәтлек, ғаилә бәхете юлдаш булһын тигән теләктә алып барыусылар Альбина Айҙарбәкова һәм Радик Мәхмүтов сараны тамамланылар.


Район мәҙәнәиәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе Альбина Григорьева
Фото - Айһылыу Назарғолова
Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 64 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar