Главная » 2014 » Октябрь » 3 » Мәҙәниәт йылында ҡаҙаныштар бармы?
08:06
Мәҙәниәт йылында ҡаҙаныштар бармы?
Ниһайәт, 2014 йылдың көҙөнә аяҡ баҫтыҡ, – тимәк, “Мәҙәниәт йылы”н осларға ла һанаулы ғына айҙар ҡалып килә. Себеште көҙ һанайҙар тигәндәрен иҫәпкә алып, исемле йылға дөйөм байҡау яһау маҡсатында мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хөснуллина Рәмзиә Рәүил ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

- Ағымдағы йыл, һеҙҙең ҡарашҡа, Мәҙәниәт йылы икәнен һиҙҙерҙеме, әллә һәүетемсә үтеп барамы? Уңыштар менән бергә көйөнөстәр ҙә барҙыр?

– Нисек һиҙҙермәһен, әлбиттә! 2014-тең Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителеүе үк беҙгә яңы көс-дәрт өҫтәне, кәйефте күтәрҙе. Ниһайәт, мәҙәниәт өлкәһенә иғтибар артыр, тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләренең эше тейешенсә баһаланыр тигән өмөт уянды. Ысынлап та, быйыл киң мәғлүмәт сараларында мәҙәниәт өлкәһе киң яҡтыртылды, һәләтле хеҙмәткәрҙәребеҙ хаҡында гәзит биттәренән уҡып ҡыуандыҡ. Берәүгә лә сер түгел – дәртләнеп эшләүгә эш хаҡы ла сәбәпсе. Был юҫыҡта үҙгәрештәр ыңғай яҡҡа, мәҫәлән, беренсе тапҡыр дәртләндергес түләү булды: һәр кемгә башҡарған хеҙмәтенә ҡарап бүленде. Көйөндөргәне шул – оптимизация еле беҙҙең өлкәне лә урап үтмәне, иң беренсе нәүбәттә был техперсоналдарға ҡағылды, ауыл кешеләре өсөн йөрәк һыҙлаһа ла, нишләйһең, ҡыҫҡартырға тура килде…

Торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереүсе ике хеҙмәткәребеҙгә үҙәк дауахана эргәһендә яңы һалынған йорттарҙан бер бүлмәле фатир бирелде, былтыр алты эшсәнебеҙ фатир менән тәьмин ителгәйне. Форсаттан файҙаланып, мәҙәниәт өлкәһен иғтибарынан ситтә ҡалдырмаған район хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Тағы ла ҡыуандырғаны – Мәҙәниәт йылында коллективтарыбыҙ айырыуса берләште, сөнки талаптар ҙа юғарыраҡ булды. 2013 йылдың декабрендә үк үткәреләсәк саралар планы төҙөлдө һәм раҫланды. Шуға ярашлы, йөкмәткеле сағыу саралар күп уҙҙы. Бер-нисәһен иҫкә алып үтеү һис яҙыҡ булмаҫ. Мәғариф өлкәһе менән берлектә үткән “Яҙғы тамсы”төбәк-ара балалар фестивале, Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы; Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ауыл биләмәләре һәүәҫкәрҙәре һәм район ойошмалары, мәғариф учреждениелары араһында уҙған алмаш концерттар, Хәлит Мусиндың яҡты иҫтәлегенә үткәрелгән баянсылар конкурсы, тик ир-егеттәр тарафынан әҙерләнгән 8 март концерты, “Мәҙәниәт йылы”штандартын тантаналы рәүештә ҡабул итеү һәм тапшырыу, “Байыҡ” һ.б.

Йәш таланттарыбыҙҙың уңыштары быйыл да һөйөндөрҙө. Башҡортостанға халыҡ-ара ЮНЕСКО эксперттары килеү сәбәпле ойошторолған “Башҡорт балы – Бөрйән даны” 1 – се халыҡ-ара этнофестивалдә “Бәйембәт” төркөмө уңышлы сығыш яһаны. Ошо йәһәттән яңыраҡ район хакимиәте башлығы исеменә БР Мәҙәниәт министрлығынан Рәхмәт хаты килеп төштө. Бейеүселәребеҙ Илүзә һәм Илгиз Ниғмәтуллиндар, Гүзәл Исҡужина “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, беренсе турҙан үттеләр. 22 сентябрҙә икенсе турға барасаҡтар. Уңыштар теләйек бейеү оҫталарына! Фольклор коллективтарыбыҙ бихисап еңеүҙәр яуланы.

Тынлы оркестрҙың етәксеһе, сайттар буйынса администратор Рәфис Мәүлетҡолов һәм район крайҙы өйрәнеү музейы директоры Ғәфүра Әбделмәнова “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” конкурсында ҡатнашып 50-шәр мең һумлыҡ грант алдылар. Идеяларға, фантазияға бай Ғәфүра Миңнулла ҡыҙының артабан да илһамы ташып тороуын теләге килә.

Быйыл Моҡас һәм Яңауыл ауылдарында яңы клубтар асылыуы хаҡында яҙғайнығыҙ инде. Проблемалы мәҙәниәт йорттары аҙайып килә, әле Исем мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт бара. Аппаратураларҙы, музыкаль үҙәктәрҙе яңыртыу мәсьәләһе лә яйлап хәл ителеренә өмөт бар…

– Мәҙәниәт эшсәндәре уларҙың төп бурысына бәйле элек-электән “мәҙәни-ағартыу эше менән шөғөлләнеүселәр” тип аталған. Һеҙҙеңсә, шул изге миссия бөгөн үтәләме?

– Замандар үҙгәрһә лә мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең бурыстары элеккесә ҡалды. Китапханасыларҙы ғына алайыҡ, кеше хәҙер китап уҡымай тиһәк тә, уларҙың һәр береһенең тоғро уҡыусыһы бар. Китап һөйөүсе дуҫтарын, ауыл халҡын, йәштәрҙе йыйып, тематик кисәләр уҙғарған, эскелеккә, наркоманияға ҡаршы, һау-сәләмәт тормош өсөн пропаганда алып барған китапханасыларыбыҙ күп. Әммә улар эштәрен бик күрһәтә һалып бармайҙар. Ҡайһы бер ауылдарҙа, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар йыйындары үтә, бында ла китапхана һәм клуб эшсәндәре төп инициаторҙар булып тора. Шул уҡ йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ халыҡҡа рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф бүләк итеү менән бергә сығыштарында халҡыбыҙҙың данлы үткәнен, милли традицияларын, бай фольклорын күрһәтеп, уның тарихына, мәҙәниәтенә тәрән ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй түгелме?

– Беҙгә, һеҙҙең кеүек үк, район үҙәгендә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнаған кешеләргә, ҡайһы саҡта тамашасыларҙың ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙәрен дә ишетергә тура килә. Беренсеһе – концерттарҙы бала көсөнә таянып, еңел генә ойошторалар, мәҙәниәт эшсәндәре күберәк сығыш яһаһа булмаймы? Икенсеһе – бер йырҙы өсөнсө йыл йырлап арымайҙармы, репертуарҙы үҙгәртеүе ауырмы икән?.. Йәиһә – яҙ килгәндә ниңә көҙгө елдәр иҫкәнен “һайрап” торорға?..

– Беренсеһе менән бик үк килешеп бөтмәйем. Концерт программалары төрлөһө төрлө контингентҡа тәғәйенләнеп төҙөлә. Халыҡтың үтенесе, теләге иҫәпкә алына. Ҙур концерттарҙа сығыш яһаусы балаларҙың күбеһе Мораҡ сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе таланттар. Үҙ мөхитендә улар даими сығыш яһай, ҙур сәхнәгә сыҡмайынса ҙур аудиторияға өйрәнмәйенсә нисек талант үҫһен! Һәләтле уҡыусылар үҙҙәре лә ҙур сәхнәгә сығырға атлығып тора, уларҙы берәү ҙә мәжбүр итмәй; һәм, әлбиттә, беҙгә лә таланттарыбыҙҙы (ҡайһы берҙәре, бәлки, киләсәктә сәнғәт юлынан китер) халыҡҡа күрһәтке килә. Хәҙер ифрат күп бит ул һәләтле балалар. Быуындар бәйләнешен дә уйларға кәрәк.

Икенсеһе менән килешәм. Репертуарҙы алмаштырыу мөһим, халыҡты бер төрлөлөк тиҙ ялҡыта. Был турала беҙ оперативкаларҙа әйтеп торабыҙ, әммә ҡайһы бер йырсыларыбыҙҙың һис айырылғыһы килмәгән йырҙары, бейеүселәребеҙҙең – яратҡан бейеүҙәре бар… Темаһының да теге йәки был кисәгә ярашлы булырға тейешлеген аңлап торабыҙ. Киләсәктә кәмселектәр өҫтөндә эште әүҙемләштерербеҙ тип, тамашасыларыбыҙҙы тынысландырғы килә.

– Районыбыҙҙың бар ауыл биләмәләрендәге һәүәҫкәрҙәрҙе берләштереүсе “Театр яҙы” фестивале Мәҙәниәт йылының сағыу күренеше булды, тик театр һөйөүселәр ашҡынып көткән йомғаҡлау кисәһе булманы…

– Фестивалдең төп инициаторы Рәмил Ҡотлоғужиндың хеҙмәте лә, төрлө ҡатлам кешеләренән торған таланттарыбыҙҙың тырышлығы ла һис иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Тик йомғаҡлауҙы Мәҙәниәт йылын ябыу тантанаһына ( яҡынса 15 декабрҙә буласаҡ) ҡалдырҙыҡ, унда “Боронғо риүәйәттәр” конкурсына ла йомғаҡ яһаласаҡ, бар күңелен биреп эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән ауыл биләмәләрен билдәләп, бүләкләп үтәсәкбеҙ.

– Бәлки, үҙегеҙҙең хеҙмәткәрҙәрегеҙгә еткерер теләктәрегеҙ барҙыр?

– Әлбиттә. Беҙҙең өлкәлә осраҡлы кешеләр юҡ, бөтәһенең дә таланты ташып тора, киләсәктә лә шулай илһамланып, дәртләнеп бергә-бергә эшләргә яҙһын. Ижад кешеләре менән эшләүе бер яҡтан ауыр ҙа, икенсе яҡтан ҡыҙыҡ та. Ҡайһы саҡта артыҡ талапсан да, бер аҙ йомшағыраҡ булырға ла тура килә. Мәҫәлән, артистарыбыҙҙың һәр береһенең үҙ тормошо, ғаиләһе, ауырлыҡтар, ҡайғы кисергән саҡтары ла булыуы мөмкин, әммә төп бурысы – ниндәй генә кәйефтә булмаһын, сәхнәгә йылмайып-көлөп сығырға тейеш. Байрамдар ҙа ялһыҙ үтә уларҙың – халыҡҡа хеҙмәттә. Шуға күрә бөтәһенә лә түҙемлек, иң тәү сиратта ҡоростай сәләмәтлек теләге килә, иң мөһиме – ғаиләләре, яҡын кешеләре тынғыһыҙ эштәрен аңлаһын, хөрмәт итһен ине.

Фәһемле әңгәмәһе өсөн рәхмәтемде белдереп һаубуллашҡан арала ғына мәҙәниәт бүлеге начальнигына төрлө тарафтарҙан шалтыратыуҙар яңғыраны: бында кәңәшмә, тегендә сара… Ысынлап та, Мәҙәниәт йылында ғына түгел (быйылғы уңыштарҙы танымай булмай – күҙгә күренерлек! – авт.), һәр ҡәҙимге йылдың һәр миҙгелендә Рәмзиә Рәүил ҡыҙы һәм мәҙәниәт эшсәндәре ал-ялһыҙ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта, тормошобоҙҙо йырлы-нурлы итергә тырыша. Түҙемлек, һаулыҡ, киләсәктә лә илһам шишмәләренең һайыҡмауын теләйек тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләренә!

Гөлшат ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
Источник - moradimgazeta
Категория: Пресса о нас | Просмотров: 1493 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar