Главная » 2023 » Ноябрь » 29 » "Моңдан яралған күңел..."
08:30
"Моңдан яралған күңел..."
Ижад-таланттар эше. Ижад донъяһы - ул хисле-тойғоло мәңгелек төшөнсә. Талантың булмай тороп ижадҡа тотоноу- үҙ иркең менән үҙеңде ғазапҡа дусар итеү, тиҙәр. Ижад еле ҡағылһа, һин уны йәнеңдән һис ҡасан да ҡыуып сығара алмайһың, ташҡын кеүек ярһып ағып сығырға ул үҙенең мәлен көтә.

Тормоштоң мөғжизәләре бихисап. Бының өсөн тәбиғәттән килгән талант кәрәктер. Күгәрсен һандуғасы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор, күп тапҡырҙар төбәк-ара, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Зәғәфүрән улы Нуримановтың ижадына битараф булмаған, уның йырҙарын ихлас яратып тыңлаған һәм йырлаған кеше юҡтыр кеүек.
Нәғим Нуриманов тыуған районыбыҙҙың матур бер төбәге - Бикбулат ауылында тыуып, тыуған төйәгенең бар илһамлы наҙын күңеленә йыйып, бәләкәйҙән үк йыр-моңға әүәҫ булып үҫә.

Йыр-моңға булған һөйөүе уны 1988 йылда Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Был уҡыу йортон 1992 йылда уңышлы тамамлағас, 1992-1994 йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Новофоминский районының Мәскәү киностудияһы янындағы 11-се айырым кавалерия полкында Армия сафында хәрби бурысын үтәй.

Үҙенең хеҙмәт юлын Нәғим Нуриманов Мораҡ башҡорт гимназияһында йыр уҡытыусыһы, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусыларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтеүсе, аҙаҡ район мәҙәниәт йортоноң ижади хеҙмәткәре булып дауам итә.

Уның йыр-моңға әүәҫлегендә, йыр яратыуында халыҡ көйҙәрен һуҙыу менән бергә шаян таҡмаҡтарын да йырлап көлдөргән, сәсәнлек һәләтенә эйә булған ҡартәсәһе - Менәүәрә инәйҙең дә өлөшө ҙурҙыр. Ул үҙе лә, республика һәм районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙа башҡорт тирмәләре менән халҡыбыҙ йолаларында йыш ҡатнашыр булған. Шулай уҡ ҡартатаһы Әбделшәриф Әбделҡадир улының да тауышы моңло, көр ине, бала саҡта уның моңланып йыр һуҙыуына уяна торғайным тип, иҫкә ала Нәғим. Атаһы Зәғәфүрән Әбделшәриф ағай ҙа башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыусы булды, районыбыҙҙа уҙғарылған мәҙәни сараларҙы биҙәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ғүмере фажиғәле бик иртә өҙөлдө.

Нәғим Зәғәфүрән улы, районыбыҙҙағы мәҙәни сараларҙы йәмләп кенә ҡалмай, республикабыҙҙа барған төрлө йыр бәйгеләрендә йыш ҡатнашты. 90-сы йылдар дауамында республикабыҙҙа уҙғарылған “Дуҫлыҡ моңо”, “Гәлсәр һандуғас”, “Оҙон көй” һәм башҡа йыр конкурстарында һәр ваҡыт лауреат исеменә лайыҡ булып, беренсе урындарҙы ала, гран-при яулай.

2015 йылда Фаил Абдраков иҫтәлегенә һәүәҫкәр композиторҙар араһында уҙғарылған конкурста 1 се урын, ә 2016 йылда башҡорт мәҙәниәтен һәм йолаларын пропагандалауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Нәғим Зәғәфүрән улы бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайының “Рәхмәт хаты” менән бүләкләнә. Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа уҙғарылған "Юлдаш йыры-2021" Гран-при, Туймазы ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" конкурсында 1 се урын, Ейәнсура районында Мәғфирә Ғәлиева исмендәге йыр бәйгеһендә Гран-при, Ғафури районында Зәки Мәхмүтов исемендәге конкурста 1-се урын яуланы. Ҡайҙарҙа ғына һәм ниндәй генә йыр бәйгеләрендә ҡатнашмаһын, Нәғим Зәғәфүрән улына һәр ваҡыт уңыш йылмайа.
Бөгөн ул йырсы булараҡ билдәле булһа, һуңғы йылдарҙа ул һәүәҫкәр композитор булараҡ та киң танылды. Уның иң тәүге ижад емеше булып 1995 йылда Флүзә Мырҙабаева һүҙҙәренә «Ҡәнәферҙәр" йыры ижад ителеп, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.

Уның күпселек йырҙары Розалия Фәизова, Гөлнара Сабирова һүҙҙәренә ижад ителеп үҙенең яратҡан тамашасыларын тапты. Республикабыҙ йырсылары башҡарыуында уның ижад иткән йырҙары радио һәм зәңгәр экрандар аша йыш яңғырай. Бөгөн инде, радио тулҡындарында уның ижад иткән йырҙарын Фәрүәз Урманшин, Сәғиҙулла Байегет, Рөстәм Ғиззәтуллин кеүек йырсылар башҡара.

Әйткәндәй, Нәғим ижад донъяһына ғашиҡ, был талантлы егеттәр менән Өфө сәнғәт училищеһында бер осорҙа уҡыған, бөгөндә улар менән бәйләнештәрен өҙмәй, аралашып йәшәй.

Нәғим Зәғәфүрән улы йырҙар йырлап ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың данлы ҡурайында башҡорт халыҡ көйҙәрен тамашасыларына еткерә, ул оҫта музыкант, ҡурайсы ла.

Ҡурай серҙәренә Нәғим ауыл мәктәбенең сәхнәһе сығыштарында өйрәнә башлай. Тора-бара районда үткәрелгән смотр-конкурстарҙа ҡатнаша. Ҡурай менән мауығып китеүенә Ниғмәтйән олатай Ҡаҙарғолов сәбәпсе була. Махсус белеме булмаһа ла, талантлы, ысын мәғәнәһендә ҡурайсы ине ул, ябай ғына ҡоралдан көй сығарырға өйрәтте тип, иҫкә ала Нәғим Зәғәфүрән улы.

Ә инде Өфө сәнғәт училищеһында тынлы музыка ҡоралдары бүлегендә уҡыған осорҙа ҡурай серҙәренә Ришат Рәхимов өйрәтә. Ысын талант эйәһе – остазыма рәхмәт хистәрен бөгөн дә йөрәгем түрендә йөрөтәм ти, Нәғим Нуриманов.

Әйткәндәй, ул үҙенең ғаиләһе менән бик бәхетле. Тормош юлдашы Әлфиә Ғабиҙулла ҡыҙы менән бына инде 30 йылға яҡын иңгә-иң терәшеп матур итеп донъя көтәләр. Мин уға сабырлығы өсөн мең рәхмәтлемен, ти Нәғим Зәғәфүрән улы, ул миңә йыр һайларға ла ярҙамлаша, сығыштарыма баһа бирә ти. Балалары менән дә ғорурланырға хаҡлы, ҡыҙҙары Нурия ла йырға әүәҫ, ул бөгөнгө көндә медицина өлкәһен һайлап Ырымбур медицина академияһында тамамлап, тормош юлдашы Айҙар менән Айлина исемле матур ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, башҡалабыҙ Өфөлә үҙаллы донъя көтәләр. Улдары Салауат Бурятия Республикаһында Армия сафында үҙенең хәрби бурысын үтәй. Ул да йырларға ярата.

Көйҙәр ижад иткәндә тәүҙә нимәгә иғтибар итәһең тигән һорауға, иң беренсе шиғырҙың һүҙҙәренә иғтибарымды юллайым, унан инде ошо шиғри юлдарға, ҡарап көй тыуа, ә инде көйҙөң нисек тыуыуын ябай һүҙҙәр менән аңлатып булмай тине, һәүәҫкәр композитор Нәғим Зәғәфүрән улы. Ысынлап та, ижад кешеһе өсөн илһам ул, көтмәгәндә генә килеүсе бер илаһи миҙгел. Ошо илһамлы миҙгелдәрҙә тыуған йырҙарың ғүмер юлыңда тамашасыларыңды һөйөндөрөп, оҙатып барһын, моң-даръяларың туҡтамаһын, бар донъяға үҙенең ҡабатланмаҫ моңдарын өләшһен! Киләсәктә ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын, ижад офоҡтарыңдың киң һәм яҡты булыуын, илһам шишмәләреңдең мәңге тынмауын теләйбеҙ!

Альбина Айҙарбәкова,
район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар буйынса белгесе.
Категория: Наши юбиляры | Просмотров: 270 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar